Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Февраль 2021, 17:48

Мигай Светафорычты ҡотҡарығыҙ!

Сибай концерт театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры сәхнәһендә Андрея Кружныйҙың “Мигай Светафорычты ҡотҡарығыҙ!” пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектаклдең премьераһы үтте.

Республикала балаларҙың юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Бындай фажиғәләр айырыуса каникул, йәйге ял осоронда йыш күҙәтелә. Саф һауала уйнағанда, мәктәпкә юлланғанда, ҡайтҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү фажиғәгә илтеүе ихтимал.
Сибай концерт театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры сәхнәһендә Андрея Кружныйҙың “Мигай Светафорычты ҡотҡарығыҙ!” пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектаклдең премьераһы үтте. Режиссер Денис Нургалин белдереүенсә, спектаклдең төп маҡсаты - юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен әкиәт геройҙарының ҡыҙыҡлы ла, сәйер ҙә тормошо, ҡылыҡтары, аша балаларға ентекле еткереү. Әҫәр балаларға сфетофорҙың өс төҫөнә мансылған әкиәт донъяларында йәшәүселәр аша дөрөҫлөктө ялғанлыҡтан айырырға өйрәтә, битарафлыҡ, тәртипһеҙлек тормошта ниндәй ҙур зыян килтереүен иҫкәртә. Тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡығыҙ.