Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ғинуар 2021, 11:00

Көлһылыуҙы күрә килегеҙ!

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры тамашасыларын премьераға саҡыра!

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры тамашасыларын премьераға саҡыра! 23 ғинуарҙа 10.00, 12.00, 14.00 сәғәттәрҙә, 13 февраль 14.00 сәғәттә Евгений Шварц әҫәре буйынса “Көлһылыу” әкиәте сәхнәләштерелә.
Был әҫәр күптәребеҙгә таныш. Әкиәт геройы Көлһылыу (Золушка) изге күңелле, егәрле ҡыҙ. Тик уны үгәй әсәй һәм уның ҡыҙҙары кәмһетә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Көлһылыу үҙ бәхетенә ышана. Бер көндө мөғжизә була һәм был ҡыҙҙың тормошон ҡырҡа үҙгәртә. Сәхнә әҫәрендәге фантастик эффекттар тамашасыларҙы йырлы-моңло король һарайына илтер. Әкиәт балаларға ғына түгел, уларҙың ата-әсәләренә лә оҡшар.
Ҡуйыусы режиссер – Магнитогорк опера һәм балет театры солисы Владимир Полторак.
Рәссам – Ләйсән Ғарипова.
Ролдәрҙә: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова, Венер Сөнәғәтов, Урал Зәйнуллин, артистар Резеда Сәфиуллина, Рима Ғәйнуллина, Зәлиә Хафизова, Салауат Вәлиев, Юнир Мансуров, Морат Амантаев, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Айбулат Ғүмәров, Нәфис Сәйетов, Нәфисә Мәзитова, Гөлфиә Мәҡсүтова.
Тамашаға рәхим итегеҙ. Коллектив ғаризалар ҙа ҡабул ителә.