Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ғинуар 2021, 12:00

“Мәскәү шәп, әммә Сибайҙа яҡшыраҡ!”

Сибай ҡалаһы Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең «Мироколица» ансамбле Яңы йыл алдынан Мәскәү ҡалаһына барып, «Хәйерле иртә!» һәм «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуҙарында төшөп ҡайтты.

Сибай ҡалаһы Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең «Мироколица» ансамбле Яңы йыл алдынан Мәскәү ҡалаһына барып, «Хәйерле иртә!» һәм «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуҙарында төшөп ҡайтты.
«Хәйерле иртә!» тапшырыуына ҡатын-ҡыҙҙар осраҡлы ғына барып эләкһә, «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуына иһә улар махсус саҡырыу буйынса барған. Элек ансамблдә йырлап киткән Александра Алыева Урал аръяғында бик шәп «Мироколица» ансамбле булыуы тураһында тапшырыуҙың
сайтына яҙып ебәргән. Улар үҙ нәүбәтендә рус халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙенсәлекле ижади коллектив менән ныҡлы ҡыҙыҡһына һәм башҡалаға саҡыра.
--Һәр кеше Яңы йылдан мөғжизә көтә. Беҙгә ошо мөғжизәне күреү бәхете тейҙе,--ти ансамблдең етәксеһе Татьяна Вершенина.
«Мироколица» ансамбле өсөн 2020 йыл уңышлы йыл булған. Ойошторолоуҙарына 5 йыллығын билдәләнгәндәр. Әйткәндәй, ансамблде булдырыуға үҙәктең элекке хеҙмәткәре Гөлсиә Дәүләтшина күп тырышлыҡ һалған. Хәҙерге көндә ҡалабыҙҙа уҙғарылған бер генә мәҙәни сара ла улар ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Күңелле, яңғырауыҡлы рус халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы ансамблдә осраҡлы кешеләр юҡ. Репертуарҙары бай, хатта башҡортса йырҙар ҙа йырлайҙар. Сибай телерадиотапшырыуҙар студияһы яңы йылға бағышлап төшөргән музыкаль фильмда башҡарған «Ҡыш бабай» йырын Мәскәүҙә лә йырлап ишеттергәндәр.
--Ҡунаҡта, ҙур ҡалала яҡшы булды, ә өйҙә тағы ла яҡшыраҡ,--ти ансамбль йырсылары. --Башҡаланың ығы-зығылы, заманса тормошо үҙҙәренә яҡшылыр. Беҙ иһә шул арала Башҡортостаныбыҙҙы, туған Сибайыбыҙҙы һағынып ҡайттыҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибай ҡалаһының Мироколица ансамбле ҡатнашлығындағы «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуын февраль айы башында ҡарай алаһығыҙ.