Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Декабрь 2020, 18:43

«ДОНЪЯ БАБАЙ» һабаҡ бирә

Сибай-концерт театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театрында ябыҡ форматта билдәле драматург Сәрүәр Суринаның пьесаһы буйынса әҙерләнгән «Донъя бабай» спектакленең премьераһы үтте. Спектакль Башҡортостан Республикаһы Башлығының тетар коллективтарының ижади проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү гранты сиктәрендә ҡуйылды.Балалар өсөн әҙерләнгән был спектаклгә юҡҡа ғына «Донъя бабай» исеме бирелмәгән. Балаларға донъя тигән хикмәтте аңлатырға, уның ҡәҙерен белергә өйрәтә ул. Ғөмүмән, нимә һуң ул донъя?

Сибай-концерт театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театрында ябыҡ форматта билдәле драматург Сәрүәр Суринаның пьесаһы буйынса әҙерләнгән «Донъя бабай» спектакленең премьераһы үтте. Спектакль Башҡортостан Республикаһы Башлығының тетар коллективтарының ижади проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү гранты сиктәрендә ҡуйылды.
Балалар өсөн әҙерләнгән был спектаклгә юҡҡа ғына «Донъя бабай» исеме бирелмәгән. Балаларға донъя тигән хикмәтте аңлатырға, уның ҡәҙерен белергә өйрәтә ул. Ғөмүмән, нимә һуң ул донъя? Был турала уйланһаң, меңәрләгән яуап табырға мөмкин. Донъя серҙәрен асыуға асҡысты балаға ата-әсә бирә. Ололар өйрәткәнде аңлау, уларҙан һабаҡ алыу киләсәк тормошҡа дөрөҫ һуҡмаҡ һалырға ярҙам итә. “Тәрбиәләһәң—бала, тәрбиәләмәһәң—бәлә”, “Кешене кеше иткән тәрбиә—хеҙмәт” тигән халыҡ мәҡәле тамаша геройҙарының тормош девизы итеп алынған. Ата-әсәһен тыңламай өйҙән сығып киткән ике малайҙы Донъя бабай эш менән дә, аш менән дә һынай. Был һынауҙарҙы һәр кем үҙ аҡылы, үҙ холҡо менән үтә.
Әҫәр геройҙарының хис-тойғолары, кисерештәре—барыһы ла кескәй та-машасыларҙың күңеленә үтеп инерлек. Бер туҡтауһыҙ алмашынып торған мауыҡтырғыс хәл-ваҡиғалар ирекһеҙҙән иғтибарҙы серле донъяға алып китә. Әкиәт илендә сәйәхәт итергә тамашасыларға Донъя бабай, көтөүсе, ҡоҙоҡ ҡаҙыусы (актер Денис Нурғәлин), Бабай (Илгиз Әбдрәшитов), Әбей (Альбина Байназарова, Фиүзә Сафина), Ғәйфулла (Фидан Шәйәхмәтов), Сәйфулла (Илнур Сәфәров, Юлдаш Ҡолмәхәмәтов), сауҙагәр (Фәһим Сөнәғәтов), тегенсе (Гөлназ Исламғолова), бай (Юлдаш Юлдыбаев), Ямал (Яҙгөл Хәлисова, Эльвира Ғиззәтуллина), Донъя һабаҡтары (Рәмзиә Сөнәғәтова, Айгөл Ғөбәйҙуллина, Зәлиә Ғәлиәхмәтова, Эльвира Ғиззәтуллина, Яҙгөл Хәлисова, Гүзәл Байегетова, Илгизә Зәйнуллина) ярҙам итте.
—«Сулпан» балалар театрында ҡуйылған «Донъя бабай» спектакле минең өсөнсө эшем. Артистарҙың һәләттәрен күреп белгәнгә күрә эшләүе еңел булды. Уларҙың һәр береһе ҡыҙыҡлы, талантлы, эске кисерештәре сағылып тора. Дөйөм алғанда әкиәт бик ҡатмарлы, ул донъя һабаҡтарына ҡоролған. Һабаҡтарҙың һәр береһенең исеме бар. Был донъя юлдарының киңлеген күрһәтә. Шуға күрә спекталдең төп маҡсаты—балаларға тәрбиә биреү, ошо юлдарҙы дөрөҫ һайларға өйрәтеү. Спектаклдә ҡатнашҡан һәр артистың фекере менән тулыландырылып, заманса заң һалынып, бөгөн бик актуаль булған тәрбиә темаһын һыҙыҡ өҫтөнә алып әкиәт сәхнәлә ҡуйылды. Балаларҙың күңелдәренә хуш килер тип ышанам,—тине спектаклдең режиссеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты Рөстәм Хәкимов.
Спектаклдең зауыҡлы биҙәлеше, костюмдарға айырым стиль һалыу өҫтөндә рәссам Сулпан Азаматова эшләгән. Әкиәттең музыкаль яҡтан биҙәүсеһе—Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, балетмейстеры—Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Эльвира Дауытова.
Мауыҡтырғыс, фәһемле тамаша тамамланғас, залда көслө алҡыштар яңғыраны. Был премьераның уңышлы килеп сығыуына ишара ине. Сибай концерт-театр берекмәһе директоры Айбулат Ҡотошов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙерләнеп сәхнәгә сығарылған был тамашаны юғары баһаланы, ижади коллективҡа уңыштар теләне һәм тамашасылар исеменән сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.