Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Октябрь 2020, 22:30

Йәштәр дәртле, йыр-бейеү яҡлы

Сибай ҡалаһында республиканың көньяҡ райондары араһында «Йәшлек шоу – 2020» үтте. Фестиваленең һайлап алыу турында I урынды Баймаҡ һылыуы Елизавета Овчинникова яуланы. Ул сәхнә йондоҙҙары менән бергә «Йәшлек-шоу — 2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең концертында сығыш яһаясаҡ. Икенсе урынға Йылайыр районынан Айтуған Айытҡолов өлгәшһә, өсөнсөлә Сибай ҡыҙы Нәркәс Әсәҙуллина билдәләнде.

Сибай ҡалаһында көньяҡ райондары араһында «Йәшлек шоу – 2020» үтте. Фестиваленең һайлап алыу турында I урынды Баймаҡ һылыуы Елизавета Овчинникова яуланы. Ул сәхнә йондоҙҙары менән бергә «Йәшлек-шоу — 2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең концертында сығыш яһаясаҡ. Икенсе урынға Йылайыр районынан Айтуған Айытҡолов өлгәшһә, өсөнсөлә Сибай ҡыҙы Нәркәс Әсәҙуллина билдәләнде.
--Сибайҙа Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла, Күгәрсен райондарынан 15 йәш кеше йырлап ярышты. Әйтергә кәрәк, ҡыҙҙар-егеттәр бик һәләтле. Шулай ҙа араларынан иң-иңдәрҙе һайлап алыу—беҙҙең төп бурыс,--тине «Йәшлек шоу – 2020» проекты продюсеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин.
“Йәшлек-шоу”ҙың тарихы ҙур, быйыл ул 28-се тапҡыр үткәрелә. Әлеге ваҡытта конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү бара. Ойоштороусылар 16-нан 30 йәшкә тиклемге башҡарыусыларҙы саҡыра.
Башҡортостан Хөкүмәте һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында фестиваль быйыл яңы кимәлгә сыҡты. Ул “Перезагрузка” тип атала. Уны ойоштороусылар командаһы эстраданы бер аҙ “уятырға”, тере тауыш менән сығыш яһатырға теләй.
Һайлап алыу турҙары 11 октябрҙә – Мәскәүҙә, 27 октябрҙә - Пермь крайында, 28 октябрҙә – Свердловск, 29 октябрҙә - Силәбе, 30 октябрҙә - Ҡурған өлкәләрендә, 1 ноябрҙә - Ханты-Манси автономлы округында, 3 ноябрҙә - Ырымбур, 4 ноябрҙә - Һамар, 5 ноябрҙә – Һарытау өлкәләрендә, 6 ноябрҙә - Татарстанда, 14 ноябрҙә Санкт-Петербургта үтәсәк.
Күп йылдар дауамында “Йәшлек шоу” йәш башҡарыусылар өсөн старт майҙансығы булып тора. Быйыл конкурстың финалына 15-20 башҡарыусы сығасаҡ. Һәр бер һайлап алыу туры аҙағында башҡорт эстрадаһы йырсылары ҡатнашлығындағы ҙур open-air үтеүе көтөлә.
Еңеүселәрҙе шәп приздар көтә: һайлап алыу туры еңеүселәре 10, 7 һәм 5 мең һумлыҡ сертификаттар аласаҡ. Конкурстың еңеүсеһе иһә 300 мең һумлыҡ төп приз менән бүләкләнәсәк. Икенсе урын өсөн – 200 мең, өсөнсөгә 100 мең һум биреләсәк. Бынан тыш, еңеүсенең “Элвин Грей” лейблына эләгеүе ихтимал.
--Башҡорт телен белеү мотлаҡлығы тураһында күп һорауҙар килә. Беҙ башҡортса бигүк яҡшы белмәгәндәрҙе ситкә типмәйбеҙ, дөйөм глобаллаштереү осоронда йәшәгәнде аңлайбыҙ. Ундай кешеләр менән эшләү өсөн ваҡыт буласаҡ, – тине конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Артур Әлибәков.
Башҡортостан буйынса һайлап алыу графигы:
Бөгөн, 6 октябрҙә, шоу-проектты ойоштороусылар көнсығыш биләмәһенә ҡараған Учалы ҡалаһында эшләне.
7 октябрҙә төньяҡ зона (Тәтешле, Асҡын, Балтас, Борай, Мишкә райондары) Урмияҙ ауылында.
10 октябрҙә Асҡында Open Air.
12 октябрҙә Кушнаренко ауылында Open Air.
13 октябрҙә төньяҡ-көнбайыш зона (Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары, Яңауыл, Ҡалтасы, Краснокама, Илеш, Дүртөйлө райондары) Ағиҙел ҡалаһында.
16 октябрҙә Ағиҙел ҡалаһында Open Air.
17 октябрҙә Учалы ҡалаһында Open Air.
20 октябрҙә көнбайыш зона (Туймазы, Баҡалы, Шаран, Бүздәк райондары, Октябрьский ҡалаһы), Туймазы ҡалаһында.
21 октябрҙә көньяҡ-көнбайыш зона (Йәрмәкәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Миәкә райондары), Бәләбәй ҡалаһында.
22 октябрҙә Туймазы ҡалаһында Open Air.
23 октябрҙә Бәләбәй ҡалаһында Open Air.
17-18 ноябрҙә Өфөлә һайлап алыу турының икенсе этабы.
20 ноябрҙә фестивалдең гала-концерты буласаҡ.
*