Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Октябрь 2020, 11:00

Йырлап, бейеп күңел асалар

Республика көнө һәм Хәйбулла районына 90 йыл тулыу айҡанлы төбәктең Атингән һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарында яңыртылған клубтар эшләй башланы.

Республика көнө һәм Хәйбулла районына 90 йыл тулыу айҡанлы төбәктең Атингән һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарында яңыртылған клубтар эшләй башланы. “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ремонтланған мәҙәниәт усаҡтарына йыйылған ауылдар халҡын район хакимиәте, ауыл биләмәһе, мәҙәниәт бүлеге етәкселектәре тәбрикләне.
Ике клубта ла ремонт эштәренән тыш матди-техник база нығытылған. Бәләкәй Арыҫланғолда бинаның ҡыйығы яңыртылған, иҙән, ишек, сәхнә һәм түбә алмаштырылған. Театр ултырғыстары һатып алынған, сәхнә биҙәлгән.
Атингәндә иһә тәҙрә рамдары, ишек яҡтауҙары яңынан ҡуйылған, бинаның тышҡы йөҙө үҙгәртелгән, стеналар буялған. Иҙән, түбә, ҡыйыҡ, ҡойма алмаштырылған, сәхнәне биҙәү әйберҙәре, театр ултырғыстары, оргтехника һәм мебель ҡайтарылған.
Клубты асыу тантаналарында ауыл халҡы үҙ көсө менән концерт әҙерләп, йырлап-бейеп оҫталыҡтарын күрһәткән.
#нацпроекты#миллипроекттар