АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Сентябрь 2020, 11:10

Сибайҙа мөнәжәт әйтеүселәр конкурсы башланды

Смбайҙа "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә ойошторолған мөнәжәт әйтеүселәр араһында VIII төбәк-ара конкурс 16 октябргә тиклем онлайн-режимда бара. Һайлап алыу туры видеояҙмалар буйынса 8-9 октябрҙә, шулай уҡ, онлайн форматта уҙасаҡ. Еңеүселәр 16 октябрь гала-концертта сығыш яһай.Конкурс ике йәш категорияһында (17 йәшкә тиклем, 18 йәштән өлкәндәр) яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллективтар араһында үтә. Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Унда өс номинация: мөнәжәт әйтеү, нәсихәт башҡарыу, Мәүлит Ямалетдинов шиғри юлдарға һалған Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыу. Һәр ҡатнашыусы төрлө характерҙағы ике әҫәр башҡара.

Мөнәжәт әйтеүселәр араһында VIII төбәк-ара конкурс 16 октябргә тиклем онлайн-режимда бара. Һайлап алыу туры видеояҙмалар буйынса 8-9 октябрҙә, шулай уҡ, онлайн форматта уҙасаҡ. Еңеүселәр 16 октябрь гала-концертта сығыш яһай.
Конкурс ике йәш категорияһында (17 йәшкә тиклем, 18 йәштән өлкәндәр) яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллективтар араһында үтә. Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Унда өс номинация: мөнәжәт әйтеү, нәсихәт башҡарыу, Мәүлит Ямалетдинов шиғри юлдарға һалған Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыу. Һәр ҡатнашыусы төрлө характерҙағы ике әҫәр башҡара.
Конкурстың маҡсаттары: милли мәҙәниәттең һирәк башҡарылған жанрын һаҡлап ҡалыу; мөнәжәт, нәсихәт, Мәүлит Ямалетдинов шиғри юлдарға һалған Ҡөрьән сүрәләрен иң оҫта башҡарыусыларҙы асыҡлау, уларға ярҙам күрһәтеү; мөнәжәттәр башҡарыуға һәм уны тергеҙеүгә йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын йәлеп итеү; йәштәрҙә эстетик зауыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләү.
Сараның сиктәрендә 16 октябрҙә онлайн режимда «Мөнәжәт һәм нәсихәттәрҙең үҫеп килгән быуынға йоғонтоһо» темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелә.
Ойоштороусылар —Сибай ҡалаһы хакимиәте, Сибай сәнғәт колледжының «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе, Сибайҙың Ағинәйҙәр ҡоро, Республика халыҡ ижады үҙәге булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте.
#нацпроекты#миллипроекттар