Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Сентябрь 2020, 12:00

"Шайморатов генерал"ды күрмәй ҡалмағыҙ!

Бындай ҡатмарлы күренеште ябай тел менән аңлатып та булмаҫ, спектаклде барып ҡарау кәрәк. Шуны өҫтәп әйтәм: ҡулъяулыҡтарығыҙҙы алырға онотмағыҙ. Тиңһеҙ алыштан һуң һалдаттарын юғалтҡан генералдың яҙып та аңлата алмаҫлыҡ ҡот осҡос хәле, салышайып ҡатҡан йөҙө, тәрән кисерештәре... Шайморатов генерал ролен артист Вадим Ғилманов уйнай. Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ генерал образын сығарыу еңел эш түгел.

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал...

Тарихҡа һеңеп ҡалған ошо легендар йыр-реквием хаҡында яңы спектакль сәхнәләштерелде. 112-се Башҡорт атлы дивизияһына фәҡәт Баймаҡ районынан иң аҫыл егеттәрҙе һайлап алғандары бер кемгә лә сер түгел. Яуға китеүселәрҙе машзавод алдында митинг ойоштороп оҙатып ҡалалар. Шул киткәндән яҡташ яугирҙәрҙең бик күптәре тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтмай, иң аҫыл егеттәребеҙ яу ҡырында ятып ҡала...
16 сентябрь Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры үҙ ишектәрен аса. Коронавирус бәләһе арҡаһында карантинда ултырған артистар йәй башынан яңы спектакль сығарыуға ең һыҙғанып тотондо. Июль башында улар “Шайморатов генерал” исемле спектаклде сығарыуға өлгәште. Пандемия ваҡытында тамашаны театр коллективына ғына ҡарау мөмкинлеге булғайны. Ниһайәт, легендар геройыбыҙҙың һәм 112-се башҡорт атлы кавалерия һалдаттарының яҙмышы тураһындағы яңы спектакль тамашасы хөкөмөнә сығасаҡ.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал” исемле әҫәрен ҡуйырға республикабыҙҙың бер нисә театры дәғүә иткәйне, әммә Сибай театры артистарына был пьесаны сәхнәләштереү бәхете тейҙе. Һәм был бик дөрөҫ. Сөнки фәҡәт Урал аръяғынан киткән ир-егеттәр 112-се кавалерия дивизияһында һуғыша. “Шайморатов генерал” спектаклен ҡуйыусы режиссер Илнур Муллабаев. “Был спектаклде ҡуйыу минең күптәнге хыялым ине, – ти ул. – Сөнки минең ҡартатайым да һуғыштың башынан алып аҙағынаса тиклем һуғышта булған. Еңеүҙе ул Германияның Кенигсберг ҡалаһында ҡаршылай, ул да Бөйөк Еңеү өсөн үҙенең хәләл ҡанын түккән.”

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал.
Ат уйнатып алдан бара,
Шайморатов генерал.

Башҡорт атлы дивизияһы һалдаттарының, генерал Шайморатовтың батырлыҡтарын сағылдырған ошо йыр 75 йыл буйына аһәң булып яңғырай, йылдар үтеп һуғыш афәте артта ҡала барған һайын уның яңғырашы һирәгәйә барһа ла, тарих ташына ул мәңгелеккә уйып яҙылған. Башҡорт атлы дивизияһының һәм уның генералы М. Шайморатовтың батырлығын мәңгеләштергән был йыр үлемесле ҡырылышты үҙ күҙҙәре менән күргән яугирҙәрҙең ораны булып яңғырай. Драманың нигеҙендә дивизия командиры генерал-майор М.М.Шайморатовтың яҙмышы түгел, ә халыҡ араһында киң билдәле булған, башҡорттарҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуын тарихҡа һеңдергән символик йыр – Шайморатов генералға бәйле йыр образы ята. Һөжүмгә инер алдынан генерал приказ ала: “Бер аҙым да артҡа сикмәҫкә!” Атлы ғәскәр ҡулдарына ҡылыс тотоп танктарға ҡаршы һөжүмгә инергә тейеш була, бының аҙағы нимә менән бөтөрөн генерал асыҡ тоҫмаллай... Әммә приказ приказ инде, приказды үтәмәйсә булдыра алмай, башҡа сара юҡ...

Спектаклдә 112-се атлы кавалерия һалдаттарының һөжүмгә инерҙән алдағы бер мәле һынлана. Һөжүмгә инер алдынан яугирҙәр ял итеп, үҙ-ара һөйләшеп ултыра, ҡайһылары ҡылыстарын янай, ҡайһылары өйҙә ҡалған ғәзиздәренә сәләм хаты яҙа. Йәп-йәш кенә егеттәр, араларында утты-һыуҙы кискән, фин һуғышын үткән тәжрибәле һалдат та бар. Һалдаттар ролендә: Зәйнуллин Урал, Вәлиев Салауат, Сәйетов Нәфис, Ғүмәров Айбулат, Шәйхисламов Арсен, Мансуров Юнир. Спектаклдең кульминацион нөктәһе – атлы дивизия һалдаттарының немец танктары менән бәрелеше, һуғыш, ҡырылыш сәхнәһе. Ҡот осҡос алышты сәхнәләштергән режиссерға афарин тип әйтеү генә аҙ. Бындай ҡатмарлы күренеште ябай тел менән аңлатып та булмаҫ, спектаклде барып ҡарау кәрәк. Шуны өҫтәп әйтәм: ҡулъяулыҡтарығыҙҙы алырға онотмағыҙ. Тиңһеҙ алыштан һуң һалдаттарын юғалтҡан генералдың яҙып та аңлата алмаҫлыҡ ҡот осҡос хәле, салышайып ҡатҡан йөҙө, тәрән кисерештәре... Шайморатов генерал ролен артист Вадим Ғилманов уйнай. Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ генерал образын сығарыу еңел эш түгел. Режиссер И.Муллабаев Шайморатов генералды икенсе ракурста күрһәтергә теләй: ҡурҡыу белмәҫ батыр генерал итеп түгел, ә генералдың алыштан һуңғы хәле, уның эске кисерештәрен күрһәтеү. Бик тәрән кисерештәр! Һалдаттарын юғалтҡан генералдың тормошондағы иң ауыр сағын, уның һынылышын, күңел торошон күрһәтеүгә, бик ҡатмарлы образды атҡарып сығыуға өлгәшә алды Вадим Ғилманов.

Генерал янында йөрөүсе ярҙамсыһы Шакир бабайҙы Марс Итбаев, Йәмилә ролен Айгөл Хәкимова, генералдың улын Морат Амантаев, Әлфиә ролен Нәфисә Мәжитова, Юлиә Мөхәмәтйәновалар уйнай.

Быға тиклем Шайморатов генерал тураһындағы спектакль Башҡорт академия театры сәхнәһендә ҡуйылғаны булды. Унда Шайморатов генерал образы батыр итеп сағылдырылды, ә был спектаклдә режиссер Илнур Муллабаев Шайморатов генералды икенсерәк планда күрһәтә, һөжүм алдынан һәм һөжүм һуңынан генералдың уй-кисерештәрен яҡтыртыу төп маҡсат итеп ҡуйыла. Генерал үҙенең хәлен һәйбәт белә, һалдаттарын күрәләтә үлемгә тығыуын да яҡшы аңлай. Бына нимә өсөн кәрәк булды режиссерға ит турағыс... Һуғышҡа инер алдынан генерал янында йөрөгән Шакир бабай “мясорубка”ны килтереп сығара ла, яҡташ генералға өндәшә: “Иптәш генерал, бындай тимерҙе хужалыҡта нимә өсөн ҡулланалар икән?” – тип һорай. Генерал мясорубканы ҡулына алып: “Ә-ә-ә, был ит турағыс, Шакир бабай, ит турағыс...” – ти. Режиссер эпизодҡа был ит турағысты юҡҡа ғына индермәй... Һәм ошо яугирҙәр “мясорубка”нан үткәрелгән ит кеүек һуғыш яланында ятып ҡала... Танау аҫтарында мыйыҡтары ла кипмәгән, һөйөп-һөйөлөп тә ҡарамаған йәп-йәш егеттәрҙең был һөжүмдән кире сыҡмауҙарын асыҡ күҙаллай генерал. Танктарға ҡаршы аттар һәм ҡылыстар менән һөжүмгә инеү башҡа һыймаҫлыҡ хәл... Ошо хаҡта 112-се атлы дивизияла һуғышып яуҙан имен-һау ҡайтҡан шаһитсы, I Этҡол ауылында йәшәгән ветеран Азаматов Хөрмәтулла һөйләп ҡалдырғанын ишетеүселәр әле лә иҫән... “Мин дә Башҡорт атлы кавалерия полкында һуғыштым, ҡамауға эләккән икенсе полктағы дивизия һалдаттарын немец танкттары аттары менән бергә бер нәмәһен ҡалдырмай иҙгесләп тапап бөтөрҙө, яуҙан һуң тотош ялан ҡып-ҡыҙыл күләүеккә әйләнеп ятып ҡалды...” – тип һөйләгән. Спектакль аҙағында Шакир бабайҙың: “Эх-х-х, һөлөк кеүек йәп-йәш кенә егеттәр, танау аҫтарында әле мыйыҡтары ла кипмәгән башҡорт егеттәре ине бит! Тыуған илде шулай һаҡлайҙармы ни? Ни аҡыл менән түгел, ни техника, ни ҡорал менән түгел – балаларҙың ҡаны менән ҡойондорабыҙ дошманды! Күпме ҡан кәрәк уның өсөн! Ә!?” – тип әйткән һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар... Спектаклде күҙ йәштәре түкмәйенсә ҡарап булмай...

Ошо спектаклде ҡарағандан һуң мин үҙем Шайморатов генерал тураһында яҙылған китаптарҙы эҙләнем, генералдың яҙмышы тураһында ҡыҙыҡһындым, уның артабанғы яҙмышы хаҡында белгем килде. Үҙ ваҡытыныда, яугирҙәр үҙҙәре иҫән саҡта һорашып, белешеп, Башҡорт атлы кавалерия хаҡында яҙған авторҙарға оло рәхмәтемде белдерәм. Шайморатов генерал тураһында яҙыу өсөн күпме эҙләнергә, күпме ҡиммәтле материал тупларға, күпме көс түгергә, архивтарҙа ултырырға тура килгән ул авторҙарға! Улар яҙып ҡалдырған китаптарҙа күпме тарих ята, ә тарихты белергә кәрәк. Бөгөнгө көндә ҡайһы берәүҙәр: “Кеше хәҙер китап уҡымай, интернетта бөтәһе лә бар!” – тиеүселәр ныҡ хаталана. Бер көн тыуыр, кеше аҡса һорап түгел, рухи аҙыҡ һорап килер... Рухи аҙыҡ, шишмә башы – китап булыр.

Режиссер Илнур Биктимер улы Муллабаевҡа рәхмәт. Шайморатов генерал тураһында, 112-се атлы кавалерия һалдаттарының һөжүмгә ингән мәлен сәхнәләштереп бик ҙур эш эшләне. Уның был эше бик ҙур баһаға лайыҡ.

Бөйөк Ватан һуғышы тураһында күпме китап яҙылһа ла, һөйләнһә лә барыбер аҙ булыр. Батырҙарыбыҙҙы иҫкә алған һайын йөрәк һыҡрай. 75 йыл буйына уларҙы иҫкә алабыҙ, атайҙарын иҫкә алғандар ҙа берәм-берәм икенсе донъяға күсә бара. Хәҙер беҙ, шул яугирҙәрҙең ейән-ейәнсәрҙәре, олатай-ҡартатайҙарыбыҙҙы ғына түгел, һуғышта ҡорбан булған бөтә һалдаттарҙы ла иҫкә алып, ниндәй ҡот осҡос һуғышты үткәндәренә хайран ҡалабыҙ. Республика, район гәзиттәре биттәрендә әленән-әле һуғыш ҡаһармандары тураһында мәҡәләләр баҫылып тора. Онотмайыҡ батырҙарыбыҙҙы, оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Тәнзилә Ғилманова (Кейекбаева).
Сыңғыҙ ауылы.