Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Сентябрь 2020, 11:35

ИЛАТА ЛА, КӨЛДӨРӘ ЛӘ...

Германиянан Рәсәйгә һөргөнгә ебәрелгән, бар ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәргән ғаиләлә үҫкән ҡыҙ яратмаған кешегә кейәүгә сығып ғазаплы ғүмер кисерә. Ире үлгәс, 76 йәшлек ҡатынға тормоштан инде нимә көтөргә? Шул саҡ яҙмыш уға бүләк эшләй: Эльза хыялға бай, романтик ир менән таныша. Улар араһында һөйөү ҡабына.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры оҙайлы үҙизоляциянан һуң йәнә ишектәрен аса. Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы янау сәбәпле, 5 айҙан ашыу өйҙә ултырырға мәжбүр булдыҡ. Шулай ҙа театрҙа эш бер минутҡа ла туҡтаманы. Артистар, режиссерҙар, театрҙың һәммә хеҙмәткәрҙәре онлайн-режимда эшләне. Санитар нормаларҙы, талаптарҙы үтәп пьесалар ҡаралды, ролдәр бүленде, репетициялар уҙғарылды. Ябыҡ режимда өс спектакль сәхнәгә сығарылды: “Йәшлегем тирәктәре” (К.Аҡбашев, режиссер В.Ғилманов), “Шайморатов генерал” (Ф.Бүләков, режиссер И.Муллабев) һәм “Һағыштарым тулы ғазаптарым” (Я.Пулинович, реж. О.Ханов). “Йәшлегем тирәктәре” драмаһы театрҙың YouTube-каналы аша халыҡ хөкөмөнә сыҡты, киң резонанс алды, яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Спектакль ябай ғына ҡыуаныстар, хәсрәттәр, дуҫтар тоғролоғо, хыянат тураһында. Ҡурҡыныс аслыҡ мәлендә кешеләр өмөтөн, ышанысын юғалтмай, ауырлыҡты еңеп сыға, ҡышын туңып ер аҫтында ҡалған картуфты яҙ бүлешеп тә ашай. Тоғролоҡ, һөйөү һалдаттарға ҡеүәт өҫтәй, еңергә ярҙам итә.
Ниһайәт, 90-сы ижад миҙгелен асырға ла мәл етте. Тамашасылар “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театры” проекты сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡуйылған һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, уның юлбашсыһы, легендар генерал М.М.Шайморатов исемен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән “Шайморатов генерал” (Ф.Бүләков) спектаклен ҡарай һәм баһалай аласаҡ. Ул 16 сентябрь халыҡ хөкөмөнә тәҡдим ителә. Был хаҡта беҙ гәзит биттәрендә күп яҙҙыҡ. Ҡуйыусы-режиссер И.Б.Муллабаев: “Спектакль-реквием Шайморатовты хәрби начальник булараҡ түгел, ә шәхес булараҡ аса. Ул осорҙағы трагик хәлде халыҡҡа еткереү—беҙҙең бурыс ине. Бер ҡасан да һуғыш булмаһын!”-тип белдерә. Төп ролдә—актер һәм режиссер Вадим Ғилманов. Спектаклдең ҡуйыусы-рәссамы – Рәсәйҙең билдәле рәссамы, Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов. Композитор – Илсаф Вәдүтов. Балетмейстер – Ярослав Францев.
Премьераны күрергә килегеҙ!
“Һағыштарым тулы ғазаптарым” мелодрамаһы ла “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Бәләкәй ҡалалар театры” проекты буйынса ҡуйылды. А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының директоры вазифаһын башҡарыусы И.Р.Әбдрәшитов: “Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығына, “Берҙәм Рәсәй” партияһына рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Уларҙың ярҙамы менән матди-техник базабыҙ яңырыу кисерҙе. Әлеге спектакль проект буйынса ҡуйылған алтынсы тамаша. Алдағылары уңыш яуланы, театр репертуарында лайыҡлы урын алды. Проект ярҙамы менән беҙ премьераларҙы сәхнәгә сығарыуға ҙур ижади төркөмдө йәлеп итә алабыҙ”, - ти.
Ҡуйыусы-режиссер, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге республика Дәүләт премияһы лауреаты О.З.Ханов әйтеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” проекты Сибай, Салауат, Туймазы театрҙарында шәп спектаклдәрҙе сәхнәләштерергә булышлыҡ биргән. “Пандемия мәшәҡәтенә, башҡа ауырлыҡтарға ҡарамай, яңы спектакль сәхнәгә сыҡты. Директор вазифаһын башҡарыусы И.Р.Әбдрәшитовҡа, театр коллективына рәхмәтлемен. Ҙур эште йырып сыҡтыҡ. Тамашасы уны йылы һәм лайыҡлы ҡаршы алыр, тип ышанам. Бергә эшләүсе ҡуйыусы-рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р.Ә.Сафинаға, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты У.М.Иҙелбаевҡа рәхмәтлемен”, - ти ул.
“Һағыштарым тулы ғазаптарым ” – тол ҡатын, әсәй, өләсәй, ҡарт өләсәй Эльзаның тарихы. Германиянан Рәсәйгә һөргөнгә ебәрелгән, бар ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәргән ғаиләлә үҫкән ҡыҙ яратмаған кешегә кейәүгә сығып ғазаплы ғүмер кисерә. Ире үлгәс, 76 йәшлек ҡатынға тормоштан инде нимә көтөргә? Шул саҡ яҙмыш уға бүләк эшләй: Эльза хыялға бай, романтик ир менән таныша. Улар араһында һөйөү ҡабына. Балалары уларға мөнәсәбәтте дауам итергә юл бирерме? Был хаҡта һеҙ тиҙҙән белерһегеҙ!
Был спектакль өҫтөндә талантлы төркөм эшләне. Артистарҙың өсәүһе - Башҡортостандың халыҡ артисы, өсәүһе – Башҡортотсандың атҡаҙанған артисы! Төп ролдәрҙә – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопова, Башҡортостандандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин. Әйткәндәй, был мелодрама – Әлфирә Йосопованың юбилей бенефисы. Был көндө, 17 сентябрҙә, тамашасылар яратҡан актрисаларының талантына тағы бер ҡат һоҡлана һәм алҡыштарға күмә ала.
“Был бит кисә ине” спектаклен (А.Әхмәтғәлиева, режиссер В.Ғилманов) беҙҙең ҡалалаштар ғына түгел, унан ситтә лә күптәр яратып өлгөрҙө. Бер көнө яңғыҙ ҡатын Дилараның фатирына осраҡлы рәүештә таксист килеп инә, ул “муж на час” вазифаһын башҡара ла икән. Был осраҡлы осрашыу нисек тамамланыр? Мөхәббәт, дуҫлыҡ, көнсөллөк, ҡыҙғаныу тойғолары аша көнүҙәк мәсьәлә күтәрелә. Тамашасы геройҙар яҙмышы өсөн борсола ла, рәхәтләнеп көлә лә. Мөхәббәттең шундай мөғжизәгә тиң яғы бар: ул уны көтмәгәндә генә килә. Был комедияны 18 сентябрь ҡарай алаһығыҙ!
Былар менән генә бөтмәй әле. Сентябрь аҙағында һеҙҙе йәнә ике премьера көтә! Был хаҡта өҫтәлмә рәүештә хәбәр итербеҙ!
Яңы ижад миҙгеле башланыуы менән һине, яратҡан театрыбыҙ! Тамашасыларыбыҙ, һеҙҙе көтәбеҙ! Билеттар алырға ашығығыҙ, сөнки был юлы ул аҙыраҡ була, урындар шахмат тәртибендә бирелә. Касса 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй. Ә сайт аша тәүлек әйләнәһенә алырға була! Һаҡланыу саралары хаҡында онотмағыҙ: театрға килгәндә үҙегеҙ менән битлек һәм бирсәткә алып килегеҙ! Сәләмәт булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Гөлсәсәк Теләүсина, театрҙың әҙәби бүлек мөдире.