Билдәле булыуынса, Республика Башлығы Радий Хәбиров йыл һайын апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында республикала Милли кейем көнө уҙғарыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны.
Донъяға таралған коронавирус инфекцияһына бәйле, апрелдә Милли кейем көнө онлайн тәртиптә үтте. Бөгөн иһә һәр беребеҙ милли кейемдәребеҙҙе кейеп, биҙәүестәребеҙҙе тағып эш урындарына килдек йә иһә парадта ҡатнашабыҙ. Шулай уҡ теләүселәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, этно-дизайнерҙарҙың тәҡдим иткән милли кейемдәр менән танышыу мөмкинлеге тыуҙырылған. Был сараларҙың барыһы ла ҡаланың Үҙәк майҙанында үтә.
Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ араһында милли асылыбыҙға ҡайтыуға, милли кейемдәребеҙҙе кейеүгә, милли биҙәүестәребеҙҙе тағыуға иғтибар артты. Хәҙер күптәребеҙ ҡасандыр өләсәй-инәйҙәребеҙ таҡҡан селтәр-ҡашмауҙарҙы, стилләштергән кейемдәрҙе кейәбеҙ, уларҙы хатта байрам көндәрендә генә түгел, көндәлек тормошта ла киң ҡулланабыҙ.
Сибай ҡалаһында йәшәүсе Вилдановтар был йәһәттән күптәргә өлгө булып тора. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала тигәндәре лә хаҡтыр, күрәһең. Ғүмере буйы сәнғәтте һәм мәҙәниәтте үҙ иткән, оҙаҡ йылдар “Яугел” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбленең иң әүҙем ағзаларының береһе Гөлшат Вилданованың килене Әлфиә лә халыҡ йолаларына тоғро. Үҙе лә “Яугел” ансамбленә йөрөй, ҡаланың “Әкиәт” балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн ҡумыҙ түңәрәге алып бара, йәш быуындың күңеленә милли рух һала, уның кейемдәренә, биҙәүестәренә һөйөү уятып ҡына ҡалмай, күп осраҡта милли кейемдәр кейеп, төрлө саралар үткәрә. Бөгөн ҡыҙҙары Әлимә лә өләсәһе һәм әсәһенең юлын дауам итеп, ҡумыҙ сиртә, оҫта бейей. Әйткәндәй, Әлимә торғаны әртист тиерһең! Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, республика һәм ҡала күләмендә үткән төрлө шиғыр, әкиәт һөйләү конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған.
-Беҙҙең ғаиләлә милли кейемгә ҡарата оло һөйөү һалынған. Был ҡайным һәм ҡәйнәмдән килә, балаларында ла ошо күркәм сифатты тәрбиәләй алған. Иптәшемдең олатаһы Рәхимйән Асылбаев Баймаҡ районында күренекле ҡурайсыларҙың береһе. Әле булһа уның кейемдәре, ситеге һаҡлана. Ирем Руслан да уҡыған сағында бейеү түңәрәгенә йөрөгән, бик оҫта бейеүсе. Минең ҡәйнәм селтәр, ҡашмау эшләй, милли кейемдәр тегә. Әмиләнең ике йәшенә күҙҙең яуын алыр башҡорт кейеме тегеп бүләк итте, төрлө биҙәүестәр эшләп бирҙе. Хәҙер ҡыҙымдың ғына бер нисә милли костюмы бар. Беҙ Милли кейем көнөндә генә түгел, ғаилә байрамдарында ла күмәкләшеп милли кейемдәр кейәбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙән күреп, хәҙер туғандарыбыҙ араһында ла, дуҫтарыбыҙ ҙа милли костюмға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙары уянды,күптәре хатта милли кейемдәр тектереп алды. Республика Башлығының йылына ике тапҡыр Милли кейем көнөн иғлан итеүен хуплайым һәм ҙур ҡыуаныс менән бөгөнгө сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ,-ти Әлфиә Вилданова.
Төрлө сағыу милли кейемдәр кейгән өс быуын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тулы образын тыуҙырған, халҡыбыҙҙың асылына һәм булмышына тоғро ҡалған, милли кейем һәм биҙәүестәрҙе пропагандалауҙа ҙур өлөш индергән Гөлшат, Әлфиә һәм Әмиләгә артабан да уңыштар теләйбеҙ!
#нацпроекты#миллипроекттар