Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Сентябрь 2020, 20:25

НИҺАЙӘТ, ТЕАТР ИШЕКТӘРЕН АСА!

Оҙайлы тәнәфестән һуң А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ғәҙәттәге режимда эш башлай!

Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ!
Беҙҙә һөйөнөслө яңылыҡтар!
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Коронавирус инфекцияһы таралмауына бәйле “Юғары әҙерлек” режимы индерелеүе” тураһындағы Указға үҙгәрештәр индерҙе. Уларға ярашлы, 15 сентябрҙән театр-концерт ойошмалары һәм мәҙәниәт йорттары ишектәрен аса.
Оҙайлы тәнәфестән һуң А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ғәҙәттәге режимда эш башлай!
Һеҙҙе 90-сы ижад миҙгеле асылыуына саҡырабыҙ! Яратҡан спектаклдәрегеҙҙе һәм премьераларҙы ҡарарға рәхим итегеҙ!
16 сентябрь – Ф.Бүләковтың “Шайморатов-генерал” драма-реквиемы,
17 сентябрь – Я.Пулиновичтың “Һағыштарым тулы ғазаптарым” мелодрамаһы,
18 сентябрь – А.Әхмәтғәлиеваның “Ул бит кисә ине” моңһоу комедияһы.
Тамашалар киске сәғәт 7-лә башлана.
Билеттарҙы кассала һәм сайтта һатып алырға мөмкин.

Театр коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәйәсәк.
Рәхим итегеҙ!
Гөлсәсәк Теләүсина, театрҙың әҙәби бүлек мөдире.