Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июль 2020, 12:45

Йырлап асыла күңел

Билдәле булыуынса, 10-11,21-22 августа Сибайҙа XV Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” конкурсы үтә. Ҡалабыҙҙа 15-се тапҡыр ойошторолған йыр бәйгеһендә 7-16 йәшлек балалар, 17-65 йәшлек һәүәҫкәр йырсылар, 17-45 йәшлек профессиональ йырсылар ҡатнаша ала. Ярыш шарттары буйынса йырсылар башҡарған йырҙың тарихын белергә тейеш. Конкурс хаҡында бөтә мәғлүмәт Бәйләнештә социаль селтәренең https://vk.com/irandek_mondar сәхифәһендә урынлаштырылған.

Йыр бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн 5 авгусҡа ҡәҙәр https://im.sibaytv.ru сайтына инеп электрон заявка тултырырға һәм шунда йырҙы башҡарып төшөрөлгән видеоны беркетергә кәрәк. Башҡа интернет-сервистарҙа ҡуйылған һәм электрон почта аша ебәрелгән видеояҙмалар конкурсҡа ҡабул ителмәй.
Конкурстың I туры 10-11 августа онлайн режимда үткәрелә.
--Заявкалар ҡабул итеүгә ваҡыт бик аҙ ҡалды. Бөгөнгө көндә https://im.sibaytv.ru сайтында 19 кеше теркәлгән, шуның өсәүһе генә заявка ҡалдырған. Бер генә ҡатнашыусы видео беркеткән. Мотлаҡ тултырылырға тейешле сайт урындары—үҙегеҙ хаҡында мәғлүмәт тә бирелмәгән, фото ла ҡуйылмаған. Әүҙемерәк һәм иғтибарлы булайыҡ, иптәштәр!—тип мөрәжәғәт итә сараны ойоштороусылар.
Читайте нас: