Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июль 2020, 17:00

ФИЛАРМОНИЯЛЫ БУЛЫРБЫҘ!

Тиҙҙән сибайҙар ҡаланың күркәм юбилейын ҡаршылай һәм яңы сафҡа инәсәк филармония таусыларға иң ҙур бүләктәрҙең береһе буласаҡ. Проектҡа ярашлы, төҙөлөш эштәрен йылдың аҙағында тамамлау ҡаралған...

Мәғлүм булыуынса, 2015 йылда янғында Сибай филармонияһы ныҡ зыян күрҙе. Бик уникаль архитектура бинаның күп өлөшө емерелде. Үткән йылдың февраль айынан Сибай филармонияһында реконструкция эштәре башланды. Төҙөлөш эштәрен Мәскәү ҡалаһының "Равелин" компанияһы эшселәре алып бара. Яңы бинала өр-яңы корпус төҙөлөү ҡаралған һәм элеккеһенең стеналары ҡайтанан реконструкцияланасаҡ, әммә филармонияның фасады тулыһынса һаҡлап ҡалына, уны реставрациялау планлаштырылған. Объект хаҡы- 350 миллион һум .
Төҙөлөш эштәре йылдам бара: бер юлы бер нисә йүнәлештә эш алып барыла. Әле фасадты реставрациялау һәм металл конструкциялар менән ҡыйыҡты ябыу эштәре атҡарыла, төҙөлөш күләменең 50 проценты башҡарылып та өлгөргән.
Сибай филармонияһы - ҡаланың йөҙөн билдәләүсе иң матур урындарҙың береһе, республикалағы мәҙәни мираҫ объекты, шуға күрә реконструкцияланған яңы бинаның бөтә архитектура элементтарының һаҡланып ҡалыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Тиҙҙән сибайҙар ҡаланың күркәм юбилейын ҡаршылай һәм яңы сафҡа инәсәк филармония таусыларға иң ҙур бүләктәрҙең береһе буласаҡ. Проектҡа ярашлы, төҙөлөш эштәрен йылдың аҙағында тамамлау ҡаралған. Тимәк, тиҙҙән Сибай концерт-театр берекмәһе артистары өр-яңы заманса талаптарға яуап биргән сәхнәләрҙә сығыш яһаясаҡ.
Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов белдереүенсә, филармония - сибайҙар өсөн архитектура ҡомартҡыһы ҡына түгел, ә уның сәхнәһендә күптәрҙең бала сағы, йәшлеге һәм әллә күпме ҡыуаныслы һәм тулҡынландырғыс минуттары үткән. "Был - беҙҙең йәшәүебеҙҙең алыштырғыһыҙ бер өлөшө, уны онотоу һәм юғалтыу мөмкин түгел. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең филармония яңы төҫ алып заманса һәм матур булып ҡайтасаҡ. Уның 500 тамашасы һәм бәләкәй залы буласаҡ. Бында һәр ваҡыттағыса ҙур аншлаг менән концерт-спектаклдәр үтәсәк, беҙҙең талантлы балаларыбыҙ сығыш яһаясаҡ, ғөмүмән, был стеналарҙа ҡайтанан тормош ҡайнаясаҡ!"