Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Июль 2020, 14:50

Шәп премьера!

Башҡорт халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә герой булған Шайморатов-генералдың биографияһын спектаклде сәхнәгә сығарыр алдынан ныҡлап өйрәндек. Генералдың яҙмышы шул тиклем аяныслы, айырыуса һуғыш йылдарында ҡатмарлы. А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Ф.Бүләковтың әлеге пьесаһын һайлағанда шикләнмәне һәм яңылышманы. Герой хаҡында хәтер шулай мәңгеләштерелергә тейеш ине.


А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында ябыҡ форматта Ф.Бүләковтың «Шайморатов генерал» драмаһы ( Г.Ғәлиева тәржемәһе) күрһәтелде.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театры» проекты сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сәхнә әҫәре 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа дан йырланы.
—Башҡорт халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә герой булған Шайморатов-генералдың биографияһын спектаклде сәхнәгә сығарыр алдынан ныҡлап өйрәндек. Генералдың яҙмышы шул тиклем аяныслы, айырыуса һуғыш йылдарында ҡатмарлы. А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Ф.Бүләковтың әлеге пьесаһын һайлағанда шикләнмәне һәм яңылышманы. Герой хаҡында хәтер шулай мәңгеләштерелергә тейеш ине. «Берҙәм Рәсәй» партияһына, Башҡортостандың Мәҙәниәт минситрлығына рәхмәтлебеҙ. Уларҙың ярҙамы менән матди-техник базабыҙ яңыра. «Бәләкәй ҡалалар театры» проекты сиктәрендә бишенсе спектаклебеҙҙе халыҡ хөкөмөнә сығарҙыҡ. Алдағылары уңыш яулап, театр репертуарында лайыҡлы урын алды. Проект ярҙамы менән беҙ көслө, талантлы ижади төркөмдө үҙебеҙгә саҡыра алабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле спектаклде ябыҡ форматта күрһәтергә мәжбүрбеҙ. Яңы ижад миҙгелен асыуға уны барса тамашасы ҡарай алыр тип өмөтләнәбеҙ,—ти театр директоры вазифаһын башҡарыусы И.Р.Әбдрәшитов.
Илнур Риза улы һүҙҙәрен ҡеүәтләп шуны әйтке килә: ысынлап та, проектты тормошҡа ашырыу өсөн Туймазы дәүләт татар драма театрынан режиссер-ҡуйыусы И.Б.Муллабаев саҡырылды.
—Бөйөк Ватан һуғышы темаһы күңелемә яҡын, сөнки ҡартатайым яу яланын үткән. Гелән генә уға арнап берәй спектакль сығарғы килә ине. Әммә был «Шайморатов генерал» булыр тип уйламағайным! Ф.Бүләков—бик талантлы драматург, беҙ быға йәнә бер ҡат инандыҡ. Пьесала беҙҙең тарих сағыла, генерал-майорҙың яҙмышы һүрәтләнә. Был драма-реквием. Реквием—мәтәм, ҡайғы, хәсрәт теле. Бында беҙ талантлы кешенең трагедияһын күрҙек.
Ауыр мәлдәрҙә лә сигенмәй, танктарға ҡаршы ҡаһармандарса алышыусы дивизияның, уның командирының уй-кисерештәрен, батырлыҡтарын халыҡҡа түкмәй-сәсмәй еткереү—минең маҡсатым ине. Сибай театры нәҡ мине саҡырыуына рәхмәтлемен. Бында ижади коллектив тупланған, мөһабәт театр, ыңғай энергетика. Шуға эшләге генә килеп торҙо. —ти баш режиссер Илнур Биктимер улы Муллабаев.
Спектаклдең рәссамы ла ситтән саҡырылды. Ул—Рәсәйҙең танылған рәссамы, Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың «Тантана» дәүләт премияһы лауреаты В.Б.Яшкулов. Рәсәйҙең бик күп театрҙарында эшләгән, әлеге көндә Миңзәлә татар дәүләт драма театрында баш рәссам вазифаһын башҡара.
—Сибайға тәү ҡат килмәнем, «Сулпан» театры, филармония проекттарында ҡатнаштым. Ә А.Мөбәрәков исемендәге театрҙа беренсе тапҡыр,—тине спектаклде темаға ярашлы декорация менән тулыландырыусы Валерий Борисович һәм талантлы коллектив менән эшләү бәхете эләгеүенә шатланыуын белдерҙе.
Ярослав Францевҡа, спектакль балетмейстеры булараҡ, Сибай театры премьераһына үҙ өлөшөн индерергә насип булды. Ул бер ғаиләләй берҙәм, татыу эшләгән коллективҡа һоҡланыуын белдерҙе һәм ундайҙар менән эшләүе лә еңел тине. Ә музыкаль яҡтан биҙәүсе композитор Илсаф Вәдүтов Өфө ҡалаһынан саҡырылған ине.
—Саҡырыу алғас тулҡынландым. Был театрҙар менән композитор булараҡ тәүге эшләүем ине. Шул уҡ ваҡытта һөйөндөм. Тырышып эшләнем, «көрәш» сәхнәһе иң ауыры һәм иң ҡыҙыҡлыһы булды. Уҡсыларҙың танк батальонына ҡаршы яуға сабыуы—драматик һәм трагик эпизод ул. Бында ике трек булды: береһе «бишек» көйө, йәғни әсәйҙәр, ҡатындар, башын яуҙа һалыусыларҙың яҡындары йырлай. Икенсеһе—«ит турағыс», бында ҡурҡыныс, аяныслы, фажиғәле көй. Халыҡ күңеленә шуны еткерә алғанмындыр, тип уйлайым. Театр етәкселегенә рәхмәт, шундай масштаблы проектта ҡатнашыуыма ҡыуанам. Ҡурайсы Азат Биксуринға, йырсы Ынйы Вәдүтоваға рәхмәт, уларҙың моңон тамашасы спектаклдә ишетер. Сибай театрына яңы премьералар, ижади энтузиазм, хеҙмәткәрҙәргә һаулыҡ теләйем,—тине композитор.
Спектаклдә төп ролде актер, режиссер Вадим Ғилманов башҡарҙы. Шулай уҡ премьерала Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айгөл Хәкимова, Марс Итбаев, Венер Сөнәғәтов, Арсен Шәйхисламов, Урал Зәйнуллин, театр артистары Морат Амантаев, Юнир Мансуров, Салауат Вәлиев, Нәфисә Мәзитова, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Рима Ғәйнуллина, Зәлиә Хафизова, Гөлфиә Мәҡсүтова, Айбулат Ғүмәров, Нәфис Сәйетов ҡатнашты.
Спектакль бик уңышлы килеп сыҡты. Музыка, актерҙар, декорация, костюм, хәрәкәт, текст, хатта залдағы һәм сәхнәләге ут яҡтылығы бер-береһен тулыландырҙы. Афарин!
Гөлсәсәк Теләүсина, театрҙың әҙәби-драма бүлеге етәксеһе.