Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Июль 2020, 15:35

БЕРҘӘМ ФОЛЬКЛОР КӨНӨ

Бөгөн беренсе тапҡыр "Берҙәм фольклор көнө" Бөтә Рәсәй акцияһы үткәрелә. Артабан ул йыл да уҙғарыла башлаясаҡ.

Бөгөн беренсе тапҡыр "Берҙәм фольклор көнө" Бөтә Рәсәй акцияһы үткәрелә. Артабан ул йыл да уҙғарыла башлаясаҡ.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан халҡы фольклорына ҡыҙыҡһыныу артты. Тимәк, кешеләр үҙ халҡы мәҙәниәтенә иғтибарын арттырған. "Душа России" Рәсәй Хөкүмәте премияһын алыусы яҡташтарыбыҙ айырыуса ғорурлыҡ уята. Төрлө йылдарҙа был наградаға Вәкил Шөғәйепов, Миңләхмәт Зарипов, Йоноҙаҡ Ҡылысов, Асия Ғәйнуллина лайыҡ булды.
Бөтә Донъя Фольклориадаһы алдынан республикала заманса мәҙәни усаҡтар булдырылды. Ауыл клубтары төҙөкләндерелә.
Үҙешмәкәрҙәр төрлө кимәлдәге сараларҙа республика данын лайыҡлы яҡлай. Башҡортостандың биш коллективына "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы" исеме бирелде. 20 коллектив "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы" булып тора.
Үҙенсәлекле халыҡ ижады төрөн тергеҙеүселәр бихисап: йыр, сәсәндәр әйтеше, ҡурайҙа уйнаусылар, тау мариҙары бейеүе һ.б.
Масштаблы проекттар уҙғарыла. Уларҙы республиканан ситтә лә беләләр. "Берҙәмлек", "Урал моңо", сәсәндәр, "Мәргән уҡсы", "Дуҫлыҡ гөлләмәһе" фестивалдәре киң ҡолас ала бара.
2021 йылда республикала Бөтә Донъя фольклориадаһы ойоштороласаҡ.
Фото интернеттан.
Читайте нас: