Каникул осоро булыуға ҡарамаҫтан, Сибай сәнғәт мәктәбенең “Толпар” өлгөлө хореография ансамбле солискалары Мәликә Байғужина һәм Илина Аҡбулатова яратҡан шөғөлдәре—бейеүҙән айырылмай. Ошо көндәрҙә һәләтле ҡыҙҙарға бейеү ҡуйыу өсөн ҡалаға балетмейстер, режиссер-ҡуйыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов килде.
--Ҡыҙҙарҙың Рәис Низаметдинов ҡуйған яңы бейеүҙәрен яңы уҡыу йылы башында сәхнәгә сығарасаҡбыҙ,--ти “Толпар” өлгөлө хореография ансамбле етәксеһе Алһыу Хафизова.—Әйтергә кәрәк, Балалар сәнғәт мәктәбендә ғәмәлгә ашырылған барлыҡ программалар, проекттар, гранттар “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы атҡарыла.
#нацпроекты#миллипроекттар