АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Июль 2020, 01:20

БАШҠОРТ БЕЙЕҮЕН ДОНЪЯҒА ТАНЫТЫРМЫН!

- Әсәйемдең хыялын мин тормошҡа ашырҙым,--тине Миләүшә тантана сараһында.--Киләсәктә лә башҡорт бейеүен үҫтереү өлкәһендә эшләйәсәкмен, уны донъя кимәленә сығарырға һүҙ бирәм.

Баймаҡтар үҙенең бейеүселәре менән дан тота. Арҙаҡлы сәхнә әһелдәребеҙгә алмаш үҫеүе, йәштәрҙең һис кенә лә бирешмәүе, яңынан-яңы үрҙәр яулауы һөйөндөрә. Был иһә беҙҙә, уларҙың яҡташтарында, ғорурлыҡ хисе уята.
Яңыраҡ ҡына Баймаҡ ҡыҙы, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия бейеү ансамбле артисы Миләүшә Хәйбуллинаға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелде.
- Әсәйемдең хыялын мин тормошҡа ашырҙым,--тине Миләүшә тантана сараһында.--Киләсәктә лә башҡорт бейеүен үҫтереү өлкәһендә эшләйәсәкмен, уны донъя кимәленә сығарырға һүҙ бирәм.
Бына шундай матур телмәр менән сығыш яһаны йәш бейеүсе республика Башлығынан награда алған саҡта. Ул шулай уҡ ата-әсәһенә, коллегаларына, остаздарына һәм республика Хөкүмәтенә рәхмәтен белдерҙе.
Миләүшәнең шатлығы менән беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ! Башҡорт бейеүен яңы баҫҡыстарға күтәрер, халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтен башҡа илдәргә танытыр, милләтебеҙҙең аҫыл ҡыҙы булып танылыр, тигән ышаныстабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: