Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Июнь 2020, 13:30

ШӘП ПРЕМЬЕРА ӘҘЕРЛӘНӘ

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Флорид Бүләковтың "Шайморатов генерал" драмаһы буйынса спектакль әҙерләй. Пьесаның исеме үк әйтеп тора: ул арҙаҡлы шәхес, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арнала.

Премьераны сәхнәгә әҙерләү өсөн Туймазы театрынан баш режиссер Илнур Муллабаев саҡырылған. Ҡуйыусы рәссам--Рәсәй Федерацияһының ҙәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының "Тантана" дәүләт премияһына лайыҡ булыусы Валерий Яшкулов. Профессиональ режиссер, хореограф, бейеүсе Ярослав Францев иһә спектаклдең балетмейстеры булып тора. Күп йырҙар авторы Илсаф Вәдүтов композитор булараҡ премьераға үҙ өлөшөн индерә.
--Шайморатовты беҙ командир, генерал булараҡ ишетеп, уҡып беләбеҙ. Ә ул шәхес булараҡ ниндәй булған? Был бөтәбеҙҙе лә ҡыҙыҡһындыра. Спектаклдә беҙ үҙ версиябыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ,--ти актер Вадим Ғилманов.
Спектаклдең премьераһы 7-8 июлгә планлаштырылған. Әммә коронавирус пандемияһы сәбәпле зал буш буласаҡ.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Бәләкәй ҡалалар театры" проекты сиктәрендә әҙерләнгән спектаклгә тамаша ҡылырға өмөт итеп ҡалабыҙ. Премьераны түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ!
Читайте нас: