Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Июнь 2020, 19:37

Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ҙур концерт

21 июндә медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Бөтә донъяны баҫып алған ҡурҡыныс коронавирус киҙеүе менән иң алғы һыҙатта тап улар көрәште, бөгөн дә был инфекцияны эләктереүселәрҙе дауалауға күп көс һала. Уларҙың һөнәри оҫталығы, фиҙакәрлеге, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыуҙарына барыбыҙ ҙа һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ. Бар көсөн һалып халыҡтың пандемиянан ҡурсалаусы, дауалаусы медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн 21 июндә ҙур онлайн концерт уҙғарыу ҡаралған.

Онлайн концертта меңәрләгән музыканттар, йырсылар, бейеүселәр, диджейҙар бушлай ҡатнашасаҡ. 24 cәғәт буйына социаль селтәрҙәрҙә концерттың рәсми биттәрендә музыка, ҡотлауҙар яңғыраясаҡ. Шулай уҡ бағыусылар төрлө бүләктәр уйнатасаҡ.
Медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға теләүселәр үҙҙәренең аккаунты аша (#АртистыМедикам #АртистыМедикамУфы) берҙәм хештег ҡулланып тура эфирға сыға ала. Бында төп лейтмотив - Супергеройҙар йыры, уны Израил композиторы Петр Привин ижад иткән. Концертты Халыҡ-ара саралар ойоштороу Ассоциацияһы, "Event Music" , "We are DJs" төркөмдәре коллективтары ярҙамы менән продюсер Сергей Князев әҙерләне.
Медицина хеҙмәткәрҙәренә арналған концертты
Вконтакте: http://vk.com/artists2medics
Telegram канал: http://teleg.one/artists2medic ҡушымталарында ҡарарға мөмкин.