Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Апрель 2020, 23:15

УҠЫТЫУСЫЛАР ҘА, УҠЫУСЫЛАР ҘА - МИЛЛИ КЕЙЕМДӘ!

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусылары бөгөнгө онлайн дәрестәрҙе милли кейемдәрҙә үткәргән. Интернет бәйләнешенең икенсе осонан уҡыусылар, ата-әсәләр ҙә уларҙы милли кейемдә сәләмләгән! Афарин!

Бөгөн республикала Милли кейем көнө билдәләнә. Милли кейем – ул халыҡтың бай хазинаһы, тарихы, сәнғәт өлгөһө. Быйылғы йылда сара Интернет селтәре аша күберәк кешеләрҙе йәлеп итте.
Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары өсөн дә Милли кейем көнөнә арналған дәрестәр, класс сәғәттәре үткәрелде. Барлыҡ дәрестәр онлайн форматта булды. Уҡыусыларға видео яҙмалар, презентациялар тәҡдим ителде, әңгәмәләр ойошторолдо. Бөтәһе 20 класта 526 уҡыусы ҡатнашлығында дәрестәр үтте. Башланғыс кластарҙа дәрестәр уйын формаһында ҡыҙыҡлы итеп алып барылды, һәр дәрестә уҡыусылар әүҙем ҡатнашты.
Математика уҡытыусыһы Хәмитова Айгөл Салауат ҡыҙы -- 7-се А класында “Башҡорт халҡының милли кейеме” темаһына, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Үҙәнбаева Әнисә Рәшит ҡыҙы 8-се А класында “Кейемдәрҙә – илем тарихы” исемле класс сәғәттәре үткәрҙе. Класс сәғәттәре уҡыусыларҙа милли кейемгә ҡыҙыҡһыныу, зауыҡ тәрбиәләүгә йүнәлтелде.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ҡәйепова Рәсимә Насырйән ҡыҙы, Миңлеәхмәтова Лилиә Нурулла ҡыҙы, Моталлапова Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы 5-8-се кластар өсөн ойошторған онлайн дәрестәр ҙә ҡыҙыҡлы, фәһемле булды. Һәр дәрестә уҡыусыларға башҡорт халҡының милли кейемдәре тураһында бай мәғлүмәт еткерелде. Дәрестәрҙә С.Н.Шитованың “Башҡорт халыҡ кейеме” китабы, Сибай ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе, сәсәниә А.С.Ғәйнуллинаның оҫталыҡ класы, төрлө музейҙарҙың сайттары материалдары һәм башҡа бик күп электрон ресурстар, матбуғат баҫмалары мәғлүмәттәре ҡулланылды.
Башҡа предмет уҡытыусылары ла үҙ дәрестәрен милли кейемдәрҙә үткәрҙе. Лицей директоры Ноғоманов Иштуған Рәис улы, уның урынбаҫары Дәүләтбаева Миңзәлә Мырҙағәле ҡыҙы ла үҙ эштәрен милли кейемдә башҡарҙы.
Сараларға ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр ҙә йәлеп ителде. Мәҫәлән, 5-се Б класында үткән дәрестә Йосопова Нуранияның өләсәһе – мәғариф ветераны, ағинәй, “Йәнгүҙәй” ансамбле ағзаһы Биктимерова Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы ҡатнашты. Ул балаларға бөгөнгө көндә милли кейемдәр әҙерләү тураһында һөйләне, үҙенең ҡул эштәре менән таныштырҙы. Заманса стилләштерелеп эшләнгән селтәрҙәрҙе күрһәтте, фәһемле кәңәштәрен бирҙе.
Эйе, милли кейем – ул ябай әйбер түгел, ә быуаттар буйы халыҡтың тарихын сағылдырыусы, үткәнен бөгөнгө менән бәйләүсе, башҡорттоң булмышын танытыусы хазина! Бөгөнгө саралар бөтәһе лә йәш быуынға ана шул ҡиммәттәрҙе еткереүе менән мәртәбәле!
Айһылыу Моталлапова, уҡытыусы
Читайте нас: