Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Март 2020, 10:45

Каникул файҙалы үтә

Сибай музыка мәктәбе уҡытыусыһы Эльвира Марсиль ҡыҙы Байгузинаның уҡыусылары “Ғаилә каникулы” концерты әҙерләп, ата-әсәләрен ҡыуандырҙы.

Сибай музыка мәктәбе уҡытыусыһы Эльвира Марсиль ҡыҙы Байгузинаның уҡыусылары “Ғаилә каникулы” концерты әҙерләп, ата-әсәләрен ҡыуандырҙы. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторолған сараның маҡсаты--өлкәндәрҙе фортепиано музыкаһы жанрҙары, нота грамотаһы һәм музыкаль терминдар менән таныштырыу.
--Уҡыусыларым этюдтар, соната һәм программа пьесаларын уңышлы башҡарҙы,--ти Эльвира Марсиль ҡыҙы. –Һәр сығыш аңлатмалар менән оҙатылды. Йәш музыканттар эмоциональ йәһәттән генә түгел, сараға юғары әҙерлекле булыуҙары менән дә барыһын да һоҡландырҙы.
Ата-әсәләр матур концерттан дәрт алып, музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә ҙур рәхмәттәр әйтте.
#нацпроекттар#миллипроекттар
Читайте нас: