Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Март 2020, 10:55

Милли кейемгә арналған флешмоб

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәрҙә башҡорт кейеме флешмобының башланыуын иғлан итте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәрҙә башҡорт кейеме флешмобының башланыуын иғлан итте.
Ҡатнашыу өсөн башҡорт милли кейемендә төшкән фотоһүрәтте #Ҡоролтаймилликейем хештегтары менән Фейсбук, Бәйләнештә йәки Инстаграм социаль селтәрҙәренә һалырға кәрәк. Кейем ҡайһы ырыу башҡорттарыныҡы, ҡайһы төбәккә хас биҙәктәр менән биҙәлгән — ошо мәғлүмәтте лә күрһәтеү мотлаҡ.
«Халҡыбыҙҙың күңел йәүһәре — милли кейемебеҙҙе донъяға таныт! Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәре бар. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын бар донъяға танытайыҡ. Флешмобҡа ҡушылығыҙ!», — тип хәбәр итте проектты ойоштороусылар.