АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Март 2020, 16:00

Боронғо көйҙәр күңелгә яҡын

Ҡумыҙсылар ағас ҡумыҙ тауышын, тимер ҡумыҙҙа тәбиғәттәге төрлө тауыштарҙы ишеттерҙе, халҡыбыҙҙың боронғо көйҙәрен уйнаны.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафиҡова етәкселегендәге Сибай халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәгенең "Яугел" халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамбле Сибай ҡалаһының 9 -сы лицейында Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә үткәрелгән ҙур байрам сараһында ҡатнашты.
Башҡорт теле уҡытыусылары Э.Х. Гумбина, З.С. Ғәбитова, Г.У. Хәмитова етәкселегендәге 5 - 6 -сы класс уҡыусылары башҡорт халҡының милли кейеме, аш -һыуы һәм музыка ҡоралдарына арналған сығыштар әҙерләгән, йыр, бейеү номерҙары ла уңышлы булды.
Ҡумыҙсылар ағас ҡумыҙ тауышын, тимер ҡумыҙҙа тәбиғәттәге төрлө тауыштарҙы ишеттерҙе, халҡыбыҙҙың боронғо көйҙәрен уйнаны.
Ансамбль ағзаларының олоһонан кесеһенә тиклем етәкселәре бөйөк мәғрифәтсе, олуғ ишаныбыҙ Ғабдулла Сәиди бүләсәре хажиә Д.М. Рафиҡова биргән тормош һабағын һәр ерҙә өләшеп йөрөй. Изге Рәжәб айында ошондай мәртәбәле саранан һуң уҡыусылар, уҡытыусылар менән бергә тәмле сәй эскәс, мөнәжәт, салауат, нәсихәттәр әйтеп, изге теләктәрен теләп ҡайтты.
Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың теле, дине, мәҙәниәте бергә барғанда ғына киләһе быуындарыбыҙ сылбыры рухи мираҫты артабан дауам итер!