Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Февраль 2020, 19:45

Альберт Салауатовтың нәҫел тамырҙары ҡайҙан?

Альберт Салауатов ни өсөн ҡартатаһына төкөргән? Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған йырсы, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы Альберт Салауатовтың да тамырҙары Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылына барып тоташа. Уның ҡартатаһы Мифтахетдин Ҡазыбәк улы Салауатов—нәҡ ошо ауылдан. Семеновск ауылында алтын йыуыу фабрикаһы асылғас, ул атҡа тейәлеп ғаиләһе менән Сыңғыҙҙан күсенеп сығып китә.
--Ҡартатайымдың тәүге ҡатыны Фәүзиә була. Уларҙан атайым Рәфҡәт тыуа. Әммә ҡартатайымдың икенсе ҡатынын (исемен хәтерләмәйем) атайым хөрмәт итеп, әсәй тип йөрөттө. Мин дә ҡартәсәй тип үҫтем. Үҙенең балалары булмағасмы икән, беҙҙе шул тиклем яратты. Йыш ҡына мин ҡартатайым менән ҡартәсәйем араһында урындыҡта йоҡлай инем. Улар мине иркәләтте. Яратты. Ҡартатайым шәп мулла ине. Кис доғаларын уҡып, мине өшкөрә торғайны. Бер шулай өшкөрөп төкөрөнгәнендә мин уға яуап итеп төкөргәнемде иҫләйем. Ҡартатайым ике һуғышта—фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында булған. Йылҡыны ла, һыйыр малын да күпләп тотто ул. Нисәнсе йылғы икәнлеген белмәйем. Ул ауырып, дауаханаға эләккәс, әсәйем менән уға тип Баймаҡҡа барып йөрөгәнем бөгөнгөләй күҙ алдымда. Ул да йырланы, атайым менән әсәйем дә йырға маһир ине. Семеновск ауылына эшкә тип бик күптәр күсеп килгән. Дөйөм мунса булды. Шәмбе ир-егеттәр көнө ине. Атайым менән Азамат Тимеровтың атаһы Камил ағай шул мунсала ләүкә өҫтөнә ултырып йырлай ине. Мин: “Атай, йырлама әле, кешенән оят”,--ти торғайным. Балалыҡ менән уңайһыҙланғанмындыр инде. Хәҙер тыймаҫ инем, әлбиттә,--ти Альберт Рәфҡәт улы.
Альберт Салауатов үҙенең тамырҙары Сыңғыҙҙан булыуға ғорурлана. Хатта оло улына Сыңғыҙ исемен бирә. Тик , үкенескә ҡаршы, ул иртә вафат булды.
Әле Салауатов фамилияһын уның улдары--Юлай һәм Батырхан йөрөтә.
“Альберт беҙҙең ауылдаш”,--тип хаҡлы ғорурлана ала сыңғыҙҙар!
Әйткәндәй, быйыл июнь айында Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы уҙғарыла. Яҙғыһын бында төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәре башланасаҡ, ә әлеге сығышы менән Сыңғыҙ ауылынан булған кешеләр хаҡында китап өсөн мәғлүмәттәр туплана.