Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Февраль 2020, 16:00

Ҡумыҙ уйнау ҙа бер һөнәр

Сибай Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәге хеҙмәткәре Дилара Мөхитдин ҡыҙы балаларға тимер һәм ағас ҡумыҙ серҙәрен ихлас өйрәтте. Ҡумыҙҙа "Яугел"ансамбле ағзалары, уҡыусылар ҙа уйнап ҡараны. Ағас ҡумыҙҙың тарихы ла Баймаҡ районы менән бәйле.

Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбенең 5-се, 6-сы класы уҡыусылары Башҡорт теле йылы һәм Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Д. М. Рафиҡова етәкселегендәге "Яугел" халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамбле менән осрашты. Сибай Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәге хеҙмәткәре Дилара Мөхитдин ҡыҙы балаларға тимер һәм ағас ҡумыҙ серҙәрен ихлас өйрәтте. Ҡумыҙҙа "Яугел"ансамбле ағзалары, уҡыусылар ҙа уйнап ҡараны. Ағас ҡумыҙҙың тарихы ла Баймаҡ районы менән бәйле.
--Балалар тәбиғәт тауыштарын тыңлап, уларҙы танырға өйрәнде. Ҡумыҙ һүҙенең килеп сығышын белде. Халыҡ йырҙарын тыңлап кинәнде. Мөнәжәт, нәсихәттәр тыңлау ҙа шәп булды. Шундай бай программа менән сығыш яһаусы ансамбль ағзаларына ҙур рәхмәт,-- тине уҡтыусы Ләлә Рафиҡова.--"Яугел"дәр үҙҙәренең сығыштары менән балаларҙа телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләй. Был осрашыуҙа ла ҡумыҙ уйнарға өйрәнергә теләүен белдереүсе балалар күп булды.