Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Февраль 2020, 02:00

Йылайыр—ҡурайсылар төбәге

Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында “Айыҡ ауыл” сараһы сиктәрендә ҡурай байрамы үтте.

Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында “Айыҡ ауыл” сараһы сиктәрендә ҡурай байрамы үтте. Сара Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хөрмәтле уҡытыусы Дәүләткирәй Хөсәйен улы Нәҙерғоловтың 60 йәше тулыуға арналды. Ул 35 йылдан ашыу Ҡашҡар ауылында ҡурай класын етәкләй, район, республика кимәлендә үткән сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Юбилейы уңайынан төбәктә ҡурайсылар әҙерләүгә тос өлөш индергән шәхесте Йылайыр районы хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Н.М.Ҡайыҡбирҙин, ауылдаштары ҡотланы.
--Оҙаҡ йылдар районда ғына түгел, тотош республикала билдәле “Таштүрә” ҡурайсылар ансамблен етәкләүсе йәштәрҙең остазына ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйем. Ҡурай моңоң тынмаһын, эшеңде дауам итерҙәй ҡурайсылар тәрбиәләй алыуың маҡтауға лайыҡ,--тине яҡташын ҡотлап Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Нурғәле Мирғәле улы. –Йылайыр—ҡурайсылар төбәге булыуы менән дан тота. Ошо исемлектә Дәүләткирәй Хөсәйен улы Нәҙерғоловтың булыуы үҙе ҙур ҡыуаныс.
Читайте нас: