Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауылы китапханаһында Бөтә донъя фольклориадаһына арналған сара үтте. Ауылдың ағинәйҙәре башҡорт халыҡ йолаларын күрһәтте. Сәрүәр Әхмәрова тамашасыларға үҙе яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Китапханасы мәҡәлдәр, әйтемдәр әйтеп кенә ҡалманы Ә.Х.Әхәтовтың "Һынашмаҡтар" китабынан һауа торошона ҡағылған мәғлүмәттәр менән дә таныштырҙы.