Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Февраль 2020, 17:05

ЙӘШЛЕККӘ ҠАЙТЫП УРАЙЫҠ!

Нәҡ ошо көндө киске сәғәт 7-лә йәшлегегеҙгә ҡайтып килгәндәй булырһығыҙ. Бында бары тик 90-сы йылдарҙағы йырҙар яңғыраясаҡ... Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ниндәй йырҙар яңғыраны, хәтерләйһегеҙме? Иҫләһәгеҙ ҙә, иҫләмәһәгеҙ ҙә 14 февраль көнө А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына ашығығыҙ. Сөнки нәҡ ошо көндө киске сәғәт 7-лә йәшлегегеҙгә ҡайтып килгәндәй булырһығыҙ. Бында бары тик 90-сы йылдарҙағы йырҙар яңғыраясаҡ. Килегеҙ, күрегеҙ, бергәләп йырлағыҙ, бейегеҙ!
Әйткәндәй, нәҡ шул осорҙа билдәлелек яулаған йырсылар, төркөмдәр сығыш яһаясаҡ. Сарала йәштәр ҙә ҡатнаша. Улар 1990 йылдарҙа композитор Зөһрә Усманова ижад иткән йырҙарға өҫтөнлөк бирәсәк.
Ситтә ятып ҡалмағыҙ!