АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Февраль 2020, 11:30

Торналар ярҙам бирер!

Аллаһы Тәғәләһе Сәриәгә ҡотолоу юлы бүләк итә: бынамын тигән ир, балалары өсөн өҙөлөп торған ҡәйнә... Әммә ул бөтөнләй икенсеһен һайлай шул. Ниңә? Кем сәбәпле?

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры үткән ижади миҙгелдә Таңсулпан Ғарипованың «Китмәгеҙ, торналар!» пьесаhы буйынса сәхнәләштерелгән спектакленә йәнә һулыш бирҙе. Ҡуйыусы-режиссер, Башҡортостан Республикаhының hәм Рәсәй Федерацияhының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамир Мәжит улы Ғәлимов ҡуйған был спектакль бөгөнгө көнөбөҙгә, киләсәгебеҙгә ныҡлабыраҡ ҡараш ташларға, уйланырға мәжбүр итә. Ул сәхнәгә ҡуйылыуының тәүге көндәренән үк тамашасының ихтирамын яуланы. Ысынлап та, әҫәр йәшен дә, ҡартын да битараф ҡалдырмай, йөрәктәрҙе тетрәндерә. Драмалағы сюжет хикәйә итеп 1982 йылда уҡ яҙылған. Ул тормоштоң ҡара яғын һүрәтләй, тип оҙаҡ ҡына әҫәргә әһәмиәт бирелмәгән. Эскелеккә ҡаршы указ сыҡҡас ҡына, уға иғтибар итеп, гәзиттә сығарғандар. Халыҡ тарафынан ҙур резонанс менән ҡабул ителгән. Хикәйәне ҡайҙа ғына, кемдәр генә сәхнәләштермәгән?!
Ҡатын-ҡыҙ эскелеге... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тема һәр саҡ көнүҙәк. Спектакль, ғөмүмән, яҙмыш тураhында. Һәр кемдең үҙ яҙмышы бар, һәм кеше тик үҙ тормошоноң рәссамы үҙе, ниндәй юлды һайларға, уны ниндәй төҫкә буярға һ.б. Файҙа килтерәһеңме, ҡайғы килтерәһеңме, тик үҙеңдән тора, башҡа бер кем дә ғәйепле түгел. Әҫәр башында Аллаһы Тәғәләһе ҡатынға (Сәриәгә) ҡотолоу юлы бүләк итә: бынамын тигән ир, балалары өсөн өҙөлөп торған ҡәйнә. Әммә ул бөтөнләй икенсеһен һайлай шул. Ниңә? Кем сәбәпле? Үҙе генә батҡаҡҡа батмай, балаларын етем итеп, ҡәйнәһен дә, ирен дә юҡ итеп ҡуя... Аҙаҡ Сәриә торналарға ынтылып мөрәжәғәт итеп үкһей... Бәлки, дөрөҫ юлды табып, балаларын өйөнә алып ҡайтып, бәхетле тормош башлар...
Билдәле композитор Юлай Үҙәнбаевтың моңло йырҙары тамашасыға әҫәрҙең көслө драматизмын асырға ярҙам итә.
Ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айгөл Хәкимова, Альберт Салауатов, Урал Зәйнуллин, артистар Нәфис Сәйетов, Нәфисә Мәзитова, Морат Амантаев, Зәлиә Хәфизова һәм бәләкәс Алина Әбдрәшитова башҡара. Һәр береhе үҙ образын яратып, бөтә тулылығында асып бирә.
Был спектаклде ҡарап, үҙҙәренең ғүмерҙәрен hәләкәткә дусар итеүселәр уйланыр, фәhем алыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Ҡәҙерле тамашасыларыбыҙ! 11-12 февраль, киске сәғәт 7-лә спектаклдә көтөп ҡалабыҙ, дуҫтарығыҙға ла хәбәр итегеҙ!
“Уй-ниәттәребеҙ тура килеп, халыҡты уйландырырлыҡ бер бөгөнгөбөҙгә, бер киләсәгебеҙгә уҡталыбыраҡ ҡарарлыҡ әҫәр тыуҙыра алғанбыҙ икән--был ихласлыҡтың тамашасы күңеленә барып етмәүе мөмкин дә түгел”,--ти яҙыусы Таңсулпан Ғарипова.
Әйткәндәй, әлеге көндә режиссер Д.Ғәлимов Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының яңы сәхнә әҫәре буйынса эш башлап тора. Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ!
Гөлсәсәк Теләүсина.
Читайте нас: