Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Ғинуар 2020, 15:35

Милли музыка ҡоралына һөйөү тәрбиәләп

Ансамбль ағзалары Э.Х. Юламанова, Г.Р. Әбсәләмова һәм Р.Һ. Аҡманова 2020 йылда республкабыҙҙа үтәсәк Халыҡ-ара фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә балаларға ҡумыҙ, уның төрҙәре, тарихы, файҙаһы тураһында ентекләп һөйләне, милли музыка ҡоралында тәбиғәттәге төрлө тауыштарҙы сығарып күрһәтте.

Сибай халыҡ мәҙәнәите һәм ялы үҙәгенең «Яугел» халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамбле (етәксеһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Д.М. Рафиҡова) ҡаланың Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары менән осрашты.
Ансамбль ағзалары Э.Х. Юламанова, Г.Р. Әбсәләмова һәм Р.Һ. Аҡманова 2020 йылда республкабыҙҙа үтәсәк Халыҡ-ара фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә балаларға ҡумыҙ, уның төрҙәре, тарихы, файҙаһы тураһында ентекләп һөйләне, милли музыка ҡоралында тәбиғәттәге төрлө тауыштарҙы сығарып күрһәтте.
--Уҡыусылар класс етәкселәре Н.Ә. Байбулатова менән бергә беҙҙең сығыштарҙы бик ихлас тыңланы. Бик күп һорауҙар бирҙеләр, ҡумыҙҙа уйнау серҙәренә өйрәнергә теләүҙәрен белдерҙеләр,--ти Дилара Мөхитдин ҡыҙы. --Балаларға халҡыбыҙҙың боронғо көйҙәрен уйнап ишеттерҙек. Фәһемле осрашыу бөтәһенә лә ныҡ оҡшаны.