Сибай музыка мәктәбенең “Күңелле ноталар” клубы тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең ижады менән тамашасыларҙы ҡыуандырыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә улар “Әкиәттә ҡунаҡта” концерты менән “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһында сығыш яһаны. Бәләкәстәр үҙҙәренән саҡ ҡына өлкән апай-ағайҙары әҙерләгән концерты ҡарау өсөн башта йомаҡтарға яуап тапты, музыкаль инструменттарҙың көйөн туҡтатыусының сихырҙарын систе. Музыка мәктәбенең бәләкәй таланттары думбыра, блокфлейта, скрипка, баянда уйнаны. Мәктәптең әҙерлек төркөмөнә йөрөгән Алишер Усмановтың тәүге сығышы уңышлы булды. Анастасия бәләкәстәргә “Хыял” бейеүен бейеп күрһәтте.