Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ғинуар 2020, 10:55

Тормошоғоҙҙоң рәссамы булығыҙ!

"Һәр кем үҙ тормошоноң рәссамы үҙе. Уны төҫлө, сағыу төҫтәр менән биҙәргә тырышығыҙ..." Халыҡҡа бындай шундай теләген еткерә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш рәссамы Айнур Юнысбаев. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

2020 йыл --Сысҡан (Ҡомаҡ) йылы. Ошо йондоҙнамә аҫтында тыуғандарға һүҙ биреүҙе дауам итәбеҙ.
Айнур Юнысбаев, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш рәссамы:
Мин Ҡомаҡ йылында тыуғанмын. Һәр нәмәгә тыныс ҡарайым, хатта фәлсәфәүи күҙлектән ҡабул итәм. Ҡомаҡ йылдары миңә һәр саҡ уңышлы булды. 2007 йылда мин сәнғәт академияһына уҡырға индем. Ижади йәһәттән уңыштарға өлгәштем. 2020 йылда ла өмөттәр аҡланыр тип ышанам. Ә уҙған 2019 йыл—Театр йылы иҫтәлекле булды. Фатир алып ҡыуандым.
Һәр кем үҙ тормошоноң рәссамы үҙе. Уны төҫлө, сағыу төҫтәр менән биҙәргә тырышығыҙ. Сөнки ғүмер берәү генә, уны матур үтергә кәрәк! Барса халыҡты Яңы йыл менән ҡотлайым һәм бары тик бәхет теләйем!
Читайте нас: