АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ғинуар 2020, 17:30

Сәләмәтлек булһа, башҡаһына өлгәшербеҙ!

"Һәр кемдең ашҡынып килер—эше, талпынып ҡайтыр ғаиләһе булырға тейеш", - тип иҫәпләй А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының труппа мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Земфира Ғөзәйерова.Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Земфира Ғөзәйерова, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының труппа мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
Ергә үҙ йылым килде. Ҡомаҡ йылында тыуғандар эшсән, үҙ маҡсатына ынтылыусан. Шуға ла быйылғы йыл үҙе кеүек тырыштарҙы, егәрлеләрҙе өнәр, моғайын.
Мин йондоҙнамәгә ышанам, уҡыйым, ҡылыҡһырлауҙар ҙа тап та килә буғай. Эшемде яратам, маҡсатыма ынтылам, әммә әрһеҙләшеп, кеше күҙенә салынып йөрөмәйем.
2019 йыл уңышлы булды. 50 йыл бергә йәшәгән Дамирыма рәхмәтлемен. Уның уҙған йыл юбилейы булды, әммә ҙурлап үткәрмәнек. Сөнки олонан ҡубырға яратмайбыҙ, ғаиләбеҙ менән генә булдыҡ. Трмошта ике нәмә ҡәҙерле бит. Һәр кемдең ашҡынып килер—эше, талпынып ҡайтыр ғаиләһе булырға тейеш. Шөкөр. Яҡындарым, коллегаларым бар. Барыһына ла иҫәнлек теләйем! Һаулыҡ—ул ҙур байлыҡ. Сәләмәтлек булһын, башҡаһына өлгәшербеҙ!