Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ғинуар 2020, 11:30

Ил-йортҡа именлек һорайым!

“Сулпан” балалар театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фиүзә Сафина доғалары аша нимәләр һорай, нимәләр теләй? Март айында күркәм юбилейын ҡаршы алырға теләгән ханым киләсәккә ниндәй пландар ҡора? Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

2020 йыл - Сысҡан йылы. Йыл хужаларына, йәғни ошо йондоҙнамә аҫтында тыуғандарға һүҙ бирәбеҙ.
Фиүзә Сафина, “Сулпан” балалар театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
Уҙған 2019 йыл Театр йылы булараҡ иҫтә ҡалыр. Әлбиттә, әллә ни үҙгәрештәр булманы, шулай ҙа тырышып эшләнек. Актриса булараҡ сәхнәгә ролдәр сығарһам, администратор булараҡ үҙебеҙҙең берекмәлә иң яҡшыһы тип танылдым. Билдәле булыуынса, мин инде 35 йыл сәхнәлә. Март айында 60 йәшемде ҡаршы алам, Алла бирһә. Сибай концерт-театр берекмәһе директоры А.М.Ҡотошев ихтирам итеп: “Эшләгеҙ”,—тип тора. Килешеүҙе лә оҙайтты. Шулай дәртләндереп, хуплап торғастар, театрыма, тамашасыларыма тырышып хеҙмәт итәм. Директорыбыҙға ҙур рәхмәтлемен!
Шәхси тормошта үҙгәрештәр булды. Фатирымды һаттым, Өфөнән йорт алып йөрөйөм. Яҡын арала, бәлки, күсеп тә китмәҫмен, әммә киләсәккә пландар бар. Шөкөр, балаларым иҫән-һау, үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандырып торалар. Әсәй кешегә ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы инде ул?!
Йондоҙнамәгә ышанып етмәйем, әһәмиәт тә бирмәйем. Әммә Ҡомаҡ йылында тыуғандарҙа бер үк холоҡ һыҙаттары күрәм. Беҙ ғәҙел һәм маҡсатҡа ынтылыусан. Коллегаларым араһында ла Ҡомаҡ йылында тыуыусылар бар. Улар тырыштар, һәләтлеләр. Ниндәй генә йондоҙлоҡ аҫтында донъяға килгән булһаҡ та, ошо яҡты тормошто бүләк иткән Раббыбыҙға рәхмәтле булып, ҡыуанып, изгелектәр ҡылып, кешелек сифаттарына тап төшөрмәй матур йәшәйек! Алға ҡуйған изге уй-хыялдарға ынтылып, намыҫлы ғына ғүмер юлы үтергә яҙһын! Мин бит намаҙ уҡыйым, шуға доғаларым аша ил-йортҡа именлек һорайым, үҙемә, яҡындарыма һаулыҡ теләйем. Төбәгебеҙ үҫешһен, һауаларыбыҙ сафлаһын, тирә-яғыбыҙ таҙа һәм матур булһын! Коллегаларыма, туғандарыма, яҡындарыма, таныштарға, таныш булмағандарға—һәммәһенә лә бәхет теләйем. Яңы йыл яңы һөйөнөстәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар, уңыштар алып килһен! Һәр кемдең изге хыялы тормошҡа ашһын! Бер-беребеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ!
Читайте нас: