Ләйсән Ишмөхәмәтова, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы: Йондоҙнамәгә әллә ни ышанып бармаһам да, күҙ һалып барам. Иҫләүемсә, Сысҡан йылы - уңдырышлы йыл. Алла бирһә, 2020 йыл да яуым-төшөм мул булһын, игендәр уңһын, уңышыбыҙ күп булһын!
Ҡомаҡ йылында тыуғандарҙы хәйләкәр, һаҡсыл, интуицияһы үҫешкән, кешеләргә оҡшай белгән, аралашыусан, һөйкөмлө кешеләр, тиҙәр. Был сифаттар насар түгел шикелле. Тормошта улар кәрәк.
Көнсығыш календары буйынса ниндәй йыл килеүе мөһим түгел, ә уның ниндәй булыуы әһәмиәтле. Илебеҙ—тыныс, тормошобоҙ—имен, үҙебеҙ һау булайыҡ! Бәлә-ҡазалар, хәүеф-хәтәр урап үтһен! Ҡыуанып, дуҫ-татыу йәшәйек!