АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Декабрь 2019, 19:45

Бейеүгә ғашиҡ ҡыҙ

Кескәй Илина беренсе тапҡыр сәхнәгә дүрт йәшендә сыға. Йылайыр районының Юлдыбай ауылында үткән зона конкурсында етәксеһе һалған “Әсәйемдең ярҙамсыһы” бейеүе менән сығыш яһай ул. Бынан тыш бәләкәй ҡыҙсыҡ рус бейеүен дә башҡарырға тейеш була. Ләкин кес кенә баланың башҡарыу оҫталығына хайран ҡалған баһалама ағазалары уны бейетеп тормай. Сөнки һөйкөмлө һәм иҫ киткес талантлы был ҡыҙсыҡтың еңеп сығырына шиктәре ҡалмай. Тулыһынса сайтта уҡығыҙ

Бейеүгә мөкиббән ғашиҡ ҡыҙ Илина Аҡбулатова кес кенә сағынан бик әүҙем, ныҡышмал бала булып үҫә. Ата-әсәһе уны өс кенә йәшендә үк Сибай ҡалаһындағы Балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү буйынса әҙерлек төркөмөнә алып килә.
Кескәй Илина беренсе тапҡыр сәхнәгә дүрт йәшендә сыға. Йылайыр районының Юлдыбай ауылында үткән зона конкурсында етәксеһе һалған “Әсәйемдең ярҙамсыһы” бейеүе менән сығыш яһай ул. Бынан тыш бәләкәй ҡыҙсыҡ рус бейеүен дә башҡарырға тейеш була. Ләкин кес кенә баланың башҡарыу оҫталығына хайран ҡалған баһалама ағазалары уны бейетеп тормай. Сөнки һөйкөмлө һәм иҫ киткес талантлы был ҡыҙсыҡтың еңеп сығырына шиктәре ҡалмай.
Әммә ныҡышмаллығы менән айырылып торған Илина, әҙерләп алып килгән бейеүен бейемәйенсә, ҡайтып китергә теләмәй. Шуға күрә, баһалама ағзаларының, һөҙөмтә сығарып бөткәнен көтөп, рус бейеүе менән дә сығыш яһап ҡуя. Юлдыбайҙағы тәүге сығышы менән 1-се урын алып, еңеү яулап ҡайта Илина.
Йәш бейеүсе 1-се класҡа тиклем яңғыҙ ғына бейей. Аҙаҡ Алһыу Шәмсетдин ҡыҙы Хафизова етәкләгән “Толпар” хореографик ансамбле солискаһы булып китә. Хәҙер кескәй башҡарыусының портфолиоһында бик күп бейеүҙәр бар. Илина Аҡбулатова, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә үткәрелгән конкурстарҙа ла гел генә еңеү яулай. Йәш бейеүсе Учалы, Өфө, Магнитогорск, Силәбе, Сочи ҡалаларында, Ҡырымда һәм Абхазияла булып өлгөргән. “Илинабыҙ бәләкәй сағынан—бик тырыш, ныҡышмал. Һәр бер бейеүен ихласлап күңел һалып башҡара. Шуғалырмы, ниндәй генә конкурста ҡатнашһа ла, еңеү яулап ҡайта. Ошоға тиклем берҙе лә 2-се урын алғаны юҡ,”—ти етәксеһе Алһыу Шәмсетдин ҡыҙы.
Әле йәш бейеүсе Илина Сибай ҡалаһының “Ирәндек” лицейында 4-се класта белем ала. Тырыш ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатмай: бары тик “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшә.
Быйыл йәш бейеүсе Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты ла булды. Бейеүгә ғашиҡ Илинаны ошо айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ. Артабан да яңынан-яңы ижади үрҙәр яуларға яҙһын.
Нәркәс Алсынбаева