Барыбыҙҙың да яратҡан йырсыбыҙ Альберт Салауатовтың әлеге көндә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында эшләп йөрөүе күптәргә мәғлүмдер. Үҙенең хеҙмәт юлы башланған тыуған театрына ҡайтыу теләге уның күңеленә байтаҡ йылдар тынғылыҡ бирмәгән булған икән. Ошо ҡыҫҡа ғына осорҙа ул береһенән-береһе сағыу ролдәрҙе һынландырҙы. Әйтәйек, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” драмаһында—Төхвәт, Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар”ында—Ислам, “Үгәй ҡыҙ” әкиәтендә--Бабай, Т.Ғиззәттең “Башмағым” комедияһында Кәримбайҙы уйнаны.
Ҡатыны Гөлшат белдереүенсә, Альберт үҙенә тапшырылған һәр бер образға етди ҡарай, ныҡ әҙерләнә. “Хатта берәй спектаклде сәхнәгә сығарыр алдынан беҙ уны өйҙә күрмәйбеҙ ҙә, ул көнө-төнө тиерлек театрҙа”,--ти ул. Шулай уҡ Альберттың шул тиклем эшен яратыуын билдәләп үтте. Актер үҙе лә: “Мин ошо театрҙа тәүге аҙымдарымды башланым. Аҙаҡ ҡабаттан ошонда ҡайтырға хыялландым. Әле килеп ул тормошҡа ашты, бәхетлемен. Һәр асышыма, уңышыма ҡыуанам”,--ти.
Ҡатыны Гөлшат иһә былай тип өҫтәй: “Ул филармониянан китһә лә, йырҙан китмәне. Альберт шул тиклем халыҡ йырҙарына ғашиҡ, уны бынан айырыу яҙыҡ булыр ине, мөмкин дә түгел. Әле гастролдәр бара, бер-бер артлы спектакль әҙерләйҙәр, ваҡыты тығыҙыраҡ. Яҡын киләсәктә үҙ тамашасыларын яңы ролдәре менән генә түгел, яңы концерт программаһы менән дә ҡыуандырыр әле!”
Беҙ иһә мөкиббән сәхнәгә ғашиҡ Альберт Салауатовҡа бары тик уңыштар теләйбеҙ!