АТАЙСАЛ
-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Ноябрь 2019, 12:06

ТАМАШАЛАРЫ МИЛЛӘТЕБЕҘҘЕ ДАНЛАЙ!

Әлегә үҙ биналары булмаһа ла Сибай концерт-театр берекмәһе беҙҙе матур-матур саралар менән ҡыуандырыуын дауам итә.

Әлегә үҙ биналары булмаһа ла Сибай концерт-театр берекмәһе беҙҙе матур-матур саралар менән ҡыуандырыуын дауам итә.
Быйыл улар ижад миҙгелен Наил Ғәйетбайҙың “Батырҙарҙы данлар илем бар” музыкаль драмаһы менән асып ебәрҙе. Халыҡты тәрән тарих төпкөлөнә алып барып, иларға мәжбүр иткән тамашаның режиссеры—Рөстәм Хәкимов, композиторы—Нур Дауытов. Был тетрәндергес музыкаль драманы халыҡ айырыуса әҫәрләнеп, яратып ҡабул итте. Сөнки унда арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең ауыр яҙмышы сағыла. Бигерәк тә, тарихыбыҙҙың Брагин тураһындағы ҡанлы биттәрен һүрәтләгәндә тамашасы битараф ҡала алмағандыр.
Ғөмүмән, Сибай концерт-театр берекмәһенең ижады халыҡсанлығы һәм мәҙәниәтебеҙгә оло һөйөү тәрбиәләүе менән айырыла. Уларҙың һәр бер сығышы юғары рух күтәренкелеге, халҡыбыҙ моңдары менән һуғарылған. “Аҫаба булған ҡан-бабам, аҫаба булыр балам” концерт программаһы ғына ла быға асыҡ миҫал. Күптән түгел генә филармония артистары ошо күркәм тамаша менән гастролдәргә сығып, Күмертау, Мәләүез, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Белорет һәм Учалы тамашасыларын ҡыуандырҙы.
Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы күрше өлкәләрҙәге яҡташтарыбыҙҙы ла матур тамашалары менән ҡыуандырып тора. Быйыл Перьм өлкәһендә “Беҙ бергә” тип аталған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтте. Шулай уҡ “Сулпан” театры артистары “Балалар һәм йәштәр өсөн ҙур
гастролдәр” федераль программаһы сиктәрендә Свердловск өлкәһе халҡын ҡыуандырып ҡайтты.
Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған “Күңелем йырҙа...” тамашаһы ла бик мәртәбәле сараға әйләнде. Ул тамашасының күңелендә үҙенең шиғыр һөйләү һәләтен күрһәтеү мөмкинлеге менән айырыуса уйылып ҡалды.
Урындағы концерт-театр берекмәһе балаларҙы мәҙәниәткә, сәнғәткә һәм әҙәбиәткә ылыҡтырыу өҫтөндә лә күп эштәр башҡара. Шул маҡсаттар “Сулпан” театры тарафынан балалар өсөн “Театр төнө” ойошторолдо, “Оҙон-оҙаҡ бала
саҡ”, “Муха-Цокотуха” спек-таклдәре ҡуйылды. Актер Юлдаш Юлдыбаев “Мандарин” бейеү ансамбле кескәйҙәре өсөн актерлыҡ дәрестәре лә үткәреп тора. Шулай уҡ Күмертау мәктәбе уҡыусылары өсөн Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған концерт-лекторий үткәрелде. Унда филармония артистары халыҡ шағирының һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы.
Ғөмүмән, артистарыбыҙ арымай-талмай эшләй һәм тамашасыларын халыҡсан концерттары менән ҡыуандырыуын дауам итә. 11 һәм 12 ноябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан «Милли ризыҡ—тәнгә шифа, йыр-моңдары йәнгә шифа» тип исемләнгән өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итә. Башҡорт халҡының аш-һыуҙарын данлаған йыр һәм бейеүҙәргә ҡоролған концертҡа сценарийҙы Миләүшә Ҡаһарманова яҙған. Ҡуйыусы режиссеры—Миңзилә Ҡотошева. Музыкаль етәксеһе—Рәмил Туйсин. Балетмейстры—Фәнил Әсәҙуллин. Рәссамы—Роза Әхмәтшина. Халҡыбыҙҙың данлы йыр-бейеүҙәренән тыш, концерт программаһы заманса йырҙарҙы һәм яңы хореографик композицияларҙы үҙ эсенә ала.
Концерт 11 һәм 12 ноябрь Сибай драма театрының театр залында 19.00 сәғәттә була. Беренсе көн 17.30 сәғәттә башҡорт халыҡ аш-һыуҙарынан торған күргәҙмә ойоштороласаҡ.
Йыр-моң тулҡынында тирбәлеп, йәнегеҙгә дауа алырға теләһәгеҙ, тамашаға рәхим итегеҙ!