Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Сентябрь 2019, 16:10

ТЫЛСЫМЛЫ ЛА, СЕРЛЕ ЛӘ...

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 89-сы ижад миҙгелен аса. Тамашасыларҙы ниндәй яңылыҡтар көтә? Әйҙәгеҙ, күҙ һалайыҡ.

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 89-сы ижад миҙгелен аса. Тамашасыларҙы ниндәй яңылыҡтар көтә? Әйҙәгеҙ, күҙ һалайыҡ.
Август айында уҡ коллектив яңы ике спектакль өҫтөндә эшләй башланы. Улар “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Тыуған ил мәҙәниәте”, “Бәләкәй ҡалалар театры” проекттарына ярашлы сәхнәләштерелә. Береһе—билдәле драматург Т.Ғиззәттең “Башмағым” музыкаль комедияһы, икенсеһе—А.Әхмәтовтың “Үгәй ҡыҙ” әкиәтенә таянып әҙерләнгән пьеса-әкиәт. Комедияны сәхнәгә сығарыу өсөн Өфөнән ижади коллектив саҡырылған, ҡуйыусы режиссер-- Башҡортостандың халыҡ артисы А.Нәҙерғолов. Әкиәтте тамашасы күңеленә еткереү бурысы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Д.Ғәлимов иңендә. Премьераларҙы халыҡ октябрь-ноябрь айында күрә ала.
Әйтергә кәрәк, мөбәрәковсылар яңы миҙгелгә яңы етәксе менән аяҡ баҫты. Ул—И.Р.Әбдрәшитов. “Бәләкәй ҡалалар театрҙарын үҫтереүҙе, ижади эшмәкәрлектәрен яҡлауҙы маҡсат итеп алған проекттар күп мөмкинлектәр бирә. Яңы йыһаздар, сәхнә костюмдары өсөн кәрәкле әйберҙәр алынды. Театрҙың автопаркы яңы ПАЗ автобусы менән тулыланды. Коллектив “Берҙәм Рәсәй” партияһына һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына рәхмәтле”,—ти театрҙың художество етәксеһе Илнур Риза улы.
Яңы ижад миҙгеленә тулы әҙерлек бара. Тамашасыларыбыҙҙы 17 сентябрҙә “Тере тупраҡ” драмаһын ҡарарға саҡырабыҙ. И.Дилмөхәмәтовтың был пьесаһын А.Нәҙерғолов сәхнәгә сығарғайны. Ул Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арнала. Иҫ киткес декорация, матур костюмдар, мауыҡтырғыс алыш күренештәре, фольклор элементтары
ҡулланылған хореография, башҡорт халыҡ йырҙары менән байытылған спектакль бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
19 сентябрҙә иһә А.Әхмәтғәлиеваның “Ул бит кисә ине” комедияһында көтәбеҙ. Яңғыҙлыҡ, мөхәббәт темаларын юмор аша яҡтыртҡан спектакль күңелегеҙгә хуш килер, тип ышанабыҙ.
20 сентябрҙә традицион рәүештә Театр төнө ойошторола. Уның программаһы бик бай. Мәҙәниәт усағының ишек алдында башланып сәхнәгә тиклем күтәреләсәк ул. Тамашасыға фотозоналарҙа актерҙар менән фотоға төшөргә мөмкинлек булдырыла, һәр теләгән кеше викторинала ҡатнаша ала. Көнүҙәк темаларға арналған фотокүргәҙмә эшләйәсәк. Сағыу саранан ситтә ҡалмағыҙ, унда бөтә актерҙар ҙа ҡатнаша.
16-һынан алып 20 сентябргә тиклем балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәй дуҫтарыбыҙҙы “Шалҡан” әкиәте менән ҡыуандырырға ниәтләйбеҙ.
Артистарыбыҙ гастролдәргә сығыуын туҡтатмай. “Әүлиә” спектакле һәм “Про Ерему, Данилу и нечистую силу” әкиәте 22-25 октябрҙә Ырымбур тамашасыһы иғтибарына тәҡдим ителә.
Билдәле булыуынса, киләһе 2020 йылда илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Был дата, әлбиттә, беҙҙең репертуарҙы ситләп үтмәйәсәк. Д.Салиховтың “Парлы яңғыҙҙар” спектаклен (режиссеры Д.М.Ғәлимов) өр-яңынан сәхнәгә сығарыу күҙаллана.
Яңы театр миҙгелендә һәр кем мөғжизә көтә. Донъяла нимә генә булмаһын, техник прогресс быуатында йәшәһәк тә, театр үҙ урынында ҡала, ул—тылсымға ла, сергә лә бай…Беҙҙең илаһи, мөғжизәле донъябыҙға—театрға рәхим итегеҙ!
Гөлсәсәк Теләүсина,
театрҙың әҙәби-драма бүлеге етәксеһе.
Читайте нас: