Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Июль 2019, 10:16

МИЛЛӘТЕБЕҘҘЕ ТАНЫТТЫҠ

Мәскәү ҡалаһында Бөтә донъя «Һабантуй-2019» фестивалендә Хәйбулла районынан делегация республикабыҙҙың данын яҡланы. Һабантуй көнөнә муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов та Мәскәүгә килеп етте.

Мәскәү ҡалаһында Бөтә донъя «Һабантуй-2019» фестивалендә Хәйбулла районынан делегация республикабыҙҙың данын яҡланы. Һабантуй көнөнә муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов та Мәскәүгә килеп етте.
Мәскәү йылғаһы буйында урынлашҡан Коломенское музей-ҡурсаулыҡ майҙаны был көндө кесе Башҡортостанды хәтерләтте. Өс сәхнәлә башҡорт йыр-моңдары яңғырап торһа, хәйбуллалар әҙерләгән милли ризыҡтарҙың тәмле еҫтәре ҡунаҡсыл тирмәләргә саҡырып торҙо. Әле байрам башланыуға иртә булыуға ҡарамаҫтан уҡ халыҡ ағыла башланы. Кемдер яҡташтарын күрергә ашҡынып килһә, бәғзеләрҙе милли мөхит тартты.
Бөтә Рәсәй ауыл Һабантуйы ҡунаҡтарын яҡташтарыбыҙ дәртле бейеүҙәр һәм милли аш-һыу—сәк-сәк, бауырһаҡ, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Хәйбуллалар әҙерләгән тематик майҙансыҡта халҡыбыҙҙың көнкүреше, милли кейемдәре, боронғо кәсептәре менән танышырға мөмкин ине. Сит төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҡурай, ҡумыҙ моңдарын тыңлап кинәнде. Ҡунаҡтар хайран ҡалып, башҡорт йәшәйешен һәм мәҙәниәтен сағылдырған этноихатаны, кейеҙ тирмәне, йәйге усаҡлыҡты, ҡул эштәрен, милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-бейеүҙәрен ҡараны. Яҡташтарыбыҙ әҙерләгән ҡымыҙ, тултырма, ҡорот, сәк-сәк кеүек милли ризыҡтарҙан һәм шифалы үлән сәйҙәрен ауыҙ итте.
Лапаҫ аҫтында урынлашҡан йәйге усаҡлыҡтан кеше ағымы өҙөлмәне. Зәкиә Ҡадаева сығарған мейестә бешкән майикмәкте ауыҙ итергә теләүселәр бихисап булды.
Вәзәм һуҡма шәлдәре клубы ағзаһы Клара Ласынова байрамға йыйылыусыларға дебеттән шәл, балаҫ һуғыу оҫталығын күрһәтте. Әлфидә Ултраҡова милли биҙәүестәр алып барҙы. Һаҡмар-Наҙарғол ауылы уңғандары Эльвира Юнысова, Гөлиә Шәрипова, фермер Эльвира Fәбитова үҙҙәре етештергән милли ризыҡтар—ҡорот, ҡыҙыл эремсек, ҡымыҙ, май менән һатыу итте.
Сарала ҡатнашҡан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова хәйбуллаларҙың әҙерлеген юғары баһаланы, Башҡортостанды лайыҡлы күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Сәлимә Байгилдина.
Аҡъяр-Мәскәү-Аҡъяр.