Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Апрель 2019, 10:54

Мәскәүҙе таң ҡалдырған ҡыҙ

18-24 мартта Мәскәүҙә «Нур» халыҡ-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Сара Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналды. Фестивалдә вокал, музыкаль инструменттарҙа уйнау, хореография, тасуири һөйләү, уҡтан атыу буйынса ярыштар уҙғарылды.

18-24 мартта Мәскәүҙә «Нур» халыҡ-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Сара Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналды. Фестивалдә вокал, музыкаль инструменттарҙа уйнау, хореография, тасуири һөйләү, уҡтан атыу буйынса ярыштар уҙғарылды.
Был оло байрамда Учалы, Хәйбулла райондарынан, Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан халыҡ таланттары һәм Мәскәү башҡорттары ҡатнашты. Баш ҡалала Сибай намыҫын ете йәшлек ҡыҙ—Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының беренсе класс уҡыусыһы Мәликә Байғужина яҡланы. Мәликә «Шаян ҡыҙ» бейеүен иҫ киткес итеп башҡарып, баш ҡала ҡунаҡтарын һәм жюри ағзаларын хайран ҡалдырҙы. Хореография өлкәһендә булдырылған «Башҡортостан ритмдары» номинацияһында Гран-при яулауҙан тыш, Мәликәгә Йәмилә Бикбаева үҙенең шәхси сертификатын тапшырған. Башҡортостандың атҡаҙанған бейеүсеһе уға берәй башҡорт халыҡ бейеүен һалырға һүҙ биргән.
Мәликә мәктәптә тырышып уҡый, Сибай ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегендә лә шөғөлләнә. Етәксеһе Алһыу Шәмсетдин ҡыҙы Хәфизова уның тырышлығына һоҡланып бөтә алмай. Әйткәндәй, Мәликәнең илебеҙ баш ҡалаһында сығыш яһауы беренсегә генә түгел: үткән йыл ул «Рәсәйҙең киләсәге» конкурсы финалына сығып Мәскәү тамашасылары алдында Танһыҡҡужин Fаяз менән бергә «Ҡурсаҡ» бейеүен бейегәйне.
Бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан, Мәликә ҡумыҙҙа ла уйнай, «Яугүл» ансамбле үткәргән сараларҙан да ҡалмай. Киләсәктә лә һиңә уңыштар теләп ҡалабыҙ, Мәликә!
Фәрит Әхмәров.
Һүрәттә: Мәликә Байғужи-на Йәмилә Бикбаева менән.