Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Апрель 2019, 10:11

Лирик комедия бер тында ҡаралды

Сибайҙың " Мир" йәштәр йортонда ҡалабыҙҙың халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге үҙешмәкәр театр коллективы Флорид Бүләковтың "Әүхәҙигә дүрт әбей " лирик комедияһын ҡуйҙы. Фәнил Аҡназаров етәкләгән был коллектив республиканың мәҙәниәт министрлығы үҙешмәкәр театрҙар араһында Театр йылына арнап иғлан иткән фестиваль -марафонды баймаҡтарҙан ҡабул иткән. Әйтергә кәрәк, һәүәҫкәр артистар — Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Люциә Насыпова, Әнисә Үҙәнбаева, Сулпан Ғәбитова, пенсия фонды хеҙмәткәре Аида Ваһапова, етәксе Фәнил Аҡназаров ролдәрен еренә еткереп башҡарҙы.

--Был спектаклде былтыр әҙерләгәйнек. Тамашасылар эшебеҙҙе бик йылы ҡабул итте. Эргә -тирәләге ауылдарҙа, Баймаҡ ҡалаһында сығыш яһаныҡ, — ти әҫәрҙә етди Фатима ролен башҡарыусы Сулпан Әсҡәт ҡыҙы.--Етәксебеҙгә, коллегаларыма тырышлыҡтары өсөн ҙур
рәхмәт. Киләсәктә лә шулай йырлап,уйнап ҡына эшләргә яҙһын.
Лирик комедия бер тында ҡаралды. Көлдөрҙө лә, уйға ла һалды һәүәҫкәрҙәр.
--"Сулпан" театрында был спектаклде ҡарағайным. Быйылғыһына килешле генә үҙгәрештәр индерелгән. Артистарҙың күмәкләп башҡарған моңло йыры, дәртле бейеүҙәре әсир итте. Декорация, костюмдары килешле. Күңелле ял минуттары, ролдәрен күңелдәрен биреп, ихлас башҡарғандары өсөн үҙешмәкәр театр артистары алдында баш эйәбеҙ, — тине тамаша ҡылыусылар Гөлнара Шәкирова, Рәшиҙә Фәйзуллина.