Бөгөн иртә менән Сибайҙан 10 бала Өфөгә юл алды. Ҡаланың өҫтәлмә белем биреү учреждениеларынан — сәнғәт, художество һәм музыка мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре төркөмөн Г.Баянова етәкләй . Һайлап алынған һәләтле малайҙар һәм ҡыҙҙар Өфө аэропортынан Мәскәүгә осасаҡ. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәстәре буйынса Рәсәйҙең баш ҡалаһында сибайҙар ике көн буласаҡ.
Уҡыусылар Мәскәү буйлап экскурсияла йөрөйәсәк, РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына барасаҡ, депутат Зариф Байғусҡаров менән осрашасаҡ. Аҙаҡтан улар республикабыҙҙың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған "Башҡортостанда тыуғандар" байрам концертына тамаша ҡыласаҡ. 6 мартта үтәсәк был концертта Халыҡ-ара музыка йортонда бар донъяға билдәле яҡташ музыканттарыбыҙ, опера йырсылары Илдар менән Асҡар Абдразаҡовтар, Дилара Иҙрисова, Рәсәйҙең Милли филармоник оркестры (дирижеры - виртуоз скрипач Владимир Спиваков), Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Роберт Юлдашевтың сығыш яһауҙары көтөлә.