Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Март 2019, 13:12

Йәштәр театры тамаша ҡуйҙы

Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә баш ҡаланың М. Кәрим исемендәге Йәштәр театры бик шәп театрлаштырылған тамаша ҡуйҙы. Гөлсөм Бикбулатова, Илнур Лоҡманов, Ләйсән Тимерханова, Шәһит Хамматов, Гөлбинә Сафуанова,Илгиз Таһировтар иҫ киткес тамашаларынан һуң Сибай өҫтөндә тик аҡ болоттар йөҙөүен генә теләне.Сибайҙар яҡташыбыҙ Гөлсөм Бикбулатоваға ҡушылып йырланы,уны сәхнәнән ебәргеләре килмәне. Шулай уҡ яҡташыбыҙ, Күсей ауылы ейәнсәре Ләйсән Тимерханованың моңло йырын алҡыштарға күмде,шиғырҙарын бирелеп тыңланы. Шәһит Хамматов инде торғаны менән кәмит: көлдөрә лә, нәфис һүҙ ҙә һөйләй, йырлай ҙа, фокус күрһәтә лә, пародия оҫтаһы ла. Бабич кинофильмында Бабич ролен башҡарған Илгиз Таһиров шағирҙың шиғырҙарын уҡыны. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов дәртле йырҙары менән ҡыуандырҙы.

Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә баш ҡаланың М. Кәрим исемендәге Йәштәр театры бик шәп театрлаштырылған тамаша ҡуйҙы. Гөлсөм Бикбулатова, Илнур Лоҡманов, Ләйсән Тимерханова, Шәһит Хамматов, Гөлбинә Сафуанова,Илгиз Таһировтар иҫ киткес тамашаларынан һуң Сибай өҫтөндә тик аҡ болоттар йөҙөүен генә теләне.
Сибайҙар яҡташыбыҙ Гөлсөм Бикбулатоваға ҡушылып йырланы,уны сәхнәнән ебәргеләре килмәне. Шулай уҡ яҡташыбыҙ, Күсей ауылы ейәнсәре Ләйсән Тимерханованың моңло йырын алҡыштарға күмде,шиғырҙарын бирелеп тыңланы. Шәһит Хамматов инде торғаны менән кәмит: көлдөрә лә, нәфис һүҙ ҙә һөйләй, йырлай ҙа, фокус күрһәтә лә, пародия оҫтаһы ла. Бабич кинофильмында Бабич ролен башҡарған Илгиз Таһиров шағирҙың шиғырҙарын уҡыны. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов дәртле йырҙары менән ҡыуандырҙы.