Бөгөн, 1 мартта, Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия бейеү ансамбле ике тапҡыр сығыш яһай. Көндөҙгө концерт лекторий булараҡ уҙғарылып, уны башлыса мәктәп уҡыусылары, уҡыу йорттары студенттары ҡараны. Мәрхәмәтлек сиктәрендә ҡуйылған концерт беҙҙең Урал аръяғына бәйле "Ете ҡыҙ" бейеүе менән башланып китте. Тамашасылар Фәйзи Ғәскәров тураһында тулы мәғлүмәт алды. Ансамблдең тарихы менән танышты. Бейеү ансамбленең репертуары бик бай. Унда донъя халыҡтарының төрлө бейеүҙәре ингән. Бейеүҙәр араһында оҫта ҡурайсы Илнур Аҡбалин дәртле башҡорт көйҙәрен яңғыратты. Башҡорт халыҡ бейеүе "Күнәктәр менән бейеү"ҙең солисы Эльвира Муллағолова һығылмалылығы менән барыһын да әсир итте. Татар халыҡ бейеүен Морат Мамлеев, Айнур Латыпов башҡарҙы. Республикабыҙҙың визит карточкаһы булған ансамблдең сығыштары Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә —100 йыл тулыуға, мәртәбәле ансамблдең 80 йыллығына бағышланды.