Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Март 2019, 12:44

«Мәҙәниәт марафоны» дауам итә

Сибай ҡалаһында «Мәҙәниәт марафоны» дауам итә. Иң башта ҡала халҡы Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәләренең концерттарын ҡарап кинәнһә, ошо көндәрҙә генә йәш эстрада йырсыһы Иҙел Нурғәлин сығыш яһаны. Ә иң күп тамашасыларҙы әлбиттә, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары Фидан һәм Азамат Ғафаровтар, Алһыу Бәхтиева, Светлана Хәкимова, Илдар Ғүмәров ҡатнашлығында йыр-моң байрамы йыйҙы.

Сибай ҡалаһында «Мәҙәниәт марафоны» дауам итә. Иң башта ҡала халҡы Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәләренең концерттарын ҡарап кинәнһә, ошо көндәрҙә генә йәш эстрада йырсыһы Иҙел Нурғәлин сығыш яһаны. Ә иң күп тамашасыларҙы әлбиттә, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары Фидан һәм Азамат Ғафаровтар, Алһыу Бәхтиева, Светлана Хәкимова, Илдар Ғүмәров ҡатнашлығында йыр-моң байрамы йыйҙы. Популяр артистарҙы күрергә күрше ауылдарҙан да күпләп килделәр.
—Шығырым тулы залда аяҡ баҫырлыҡ та урын булманы,—ти Гөлнара Шәкирова.—Легендар артист Фидан Ғафаровтың һәр йырын йотлоғоп тыңланыҡ. Сәнғәт әһелдәре халыҡты бер аҙға ғына булһа ла көнкүреш мәшәҡәттәренән айырып,
илаһи донъя, йыр-моңға сорнаны. 8-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсинә Мөхәмәтғәлина ла тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
—Сибайҙар яҡташыбыҙ Алһыу Бәхтиеваның һәр йырын алҡышлап уны һағыныуҙарын белдерҙе. Йырсы ла ҙур сәхнәләргә юл асҡан Сибай театрына рәхмәттәрен әйтте. Илдар Ғүмәров та оло ижадҡа тәүге баҫҡысты ҡасандыр тап ошо сәхнәлә башлаған. Концерт шул тиклем оҡшаны,—тине Гөлсинә Нуриман ҡыҙы.
Мәрхәмәтлек сараһы «Алға, Сибай!» урындағы йәмәғәт ойошмаһы ярҙамы менән үткәрелде.
1-2 мартта сибайҙар Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия бейеү ансамбленең концерттарын ҡарап кинәнәсәк.