Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Февраль 2019, 16:45

Сибайға моңға күмелә

Февраль-март айҙарына билдәләнгән «Мәҙәниәт марафоны» сиктәрендә Сибайҙа республиканың театр һәм концерт-театр берләшмәләре коллективтарының концерттары күрһәтелә.

Февраль-март айҙарына билдәләнгән «Мәҙәниәт марафоны» сиктәрендә Сибайҙа республиканың театр һәм концерт-театр берләшмәләре коллективтарының концерттары күрһәтелә. 24 февралдә Стәрлетамаҡ артистары килһә, 27 февралдә «Алға, Сибай» урындағы йәмәғәт ойошмаһы булышлығы менән М.Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры актерҙары Ф.Ғафаров, Н.Ирсаева, Р.Динмөхәмәтова, А.Бәхтиева ҡатнашлығында ҙур концерт программаһы тәҡдим ителә.
Халыҡ бейеүҙәрен һөйөүселәр 1 мартта Ф.Ғәсҡәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сағыу сығыштарын ҡарай ала. 3 мартта баш ҡаланың Йәштәр театры бушлай концерт күрһәтә. 4 мартта «Башҡорт дәүләт филармонияһы легендалары» тип аталған концерт программаһына рәхим итегеҙ. Йырлы-моңло тамашалар Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә үтәсәк. Инеү--бушлай.
Сибай сәнғәт колледжында ла бушлай бай концерт программаһы күрћәтеләсәк. 26 февралдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры опереттаһы булһа, 28 февралдә мөнәжәт буйынса ҡала конкурсы уҙғарыла. 12 мартта иһә тамашасылар иғтибарына Магнитогорск консерваторияћының концерты тәҡдим ителә. Баш ҡала артистарының дәртле, күңелле сығыштарын ҡарап, күңелдәрегеҙгә яҙ кәйеф бүләк итегеҙ.