Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ғинуар 2019, 11:35

Мажаралы гастролдәр

2019 йыл—Театр йылыСибай филармонияһы һәм «Сулпан» балалар театры артистары исеменән Урал аръяғы райондары халҡын Яңы 2019 йыл—Дуңғыҙ йылы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Дуңғыҙ йылы һәр кемебеҙ өсөн мул ғына төшөмгә эйә булып, үҙенә күрә бер «аҡса һандығы»на әйләнһен! Барығыҙға ла мул тормош, өҙөклөктәрһеҙ көнкүреш, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, иҫтәлекле мәлдәр теләп ҡалабыҙ! Иң мөһиме—бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар! Яңы йыл менән һеҙҙе!Ә концерт-театр берекмәһенең хөрмәтле артистары—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Таштимерова, «Тархан» төркөмө етәксеһе Ринат Fайсин, тауыш операторы Fәйсәр Моратов һәм талантлы йырсы Фаил Йортбәковтарҙы үҙ йылдарына аяҡ баҫыуҙары менән тәбрик итәбеҙ! Ҡабан йылы һеҙгә тағы ла ҙурыраҡ танылыу һәм уңыштар килтерһен!Бөгөн беҙ һеҙгә, гәзит уҡыусылар, Сибай концерт-театр берекмәһе хеҙмәткәрҙәре менән булған мажаралы хәлдәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

2019 йыл—Театр йылы
Сибай филармонияһы һәм «Сулпан» балалар театры артистары исеменән Урал аръяғы райондары халҡын Яңы 2019 йыл—Дуңғыҙ йылы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Дуңғыҙ йылы һәр кемебеҙ өсөн мул ғына төшөмгә эйә булып, үҙенә күрә бер «аҡса һандығы»на әйләнһен! Барығыҙға ла мул тормош, өҙөклөктәрһеҙ көнкүреш, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, иҫтәлекле мәлдәр теләп ҡалабыҙ! Иң мөһиме—бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар! Яңы йыл менән һеҙҙе!
Ә концерт-театр берекмәһенең хөрмәтле артистары—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Таштимерова, «Тархан» төркөмө етәксеһе Ринат Fайсин, тауыш операторы Fәйсәр Моратов һәм талантлы йырсы Фаил Йортбәковтарҙы үҙ йылдарына аяҡ баҫыуҙары менән тәбрик итәбеҙ! Ҡабан йылы һеҙгә тағы ла ҙурыраҡ танылыу һәм уңыштар килтерһен!
Бөгөн беҙ һеҙгә, гәзит уҡыусылар, Сибай концерт-театр берекмәһе хеҙмәткәрҙәре менән булған мажаралы хәлдәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
«Төлкө» соҡорға осҡан!
1996 йылдың декабрь аҙағы. Һәр мәктәптә, балалар баҡсаларында, ауыл клубтарында кескәйҙәр өсөн яңы йыл иртәлектәре үтә. «Сулпан» балалар театры актерҙары ла шундай тамашалар менән күсмә сығыштар яһай. Баймаҡ районының Байыш ауылындағы клуб халыҡ менән шығырым тулған—ысын артистарҙы күрер өсөн олоһо ла, кесеһе лә килгән...
Ойоштороусылар хәбәрҙар булһа ла, актерҙар клуб менән әллә ни таныш түгел. Тамашаның кульминацион мәлендә әкиәт персонаждары залда Төлкөбикәне баҫтыра. Ошо ролдә уйнаусы тәжрибәле актриса Фиуза Сафина йән фарман йүгереп барған еренән дөбөр-шатыр ҡолап китмәһенме! Уның артынан етә килгән Альбина аптырап, туҡтап ҡала... Тик үҙе шаян, үҙе етеҙ Фиуза Хәжми ҡыҙы йәһәт кенә тора ла: «Тота алмай, тота алмай!»—тип артабан йүгерә... Баҡһаң, актриса залдан фойеға сыҡҡан ишектә бейек кенә тупһа булғанлығын белмәгән икән. Ярай ҙа ҡаза булмаған...
Ҡыш бабайҙы эт талаған...
Йылайыр районындағы Сәләх ауылында була был хәл. Бөгөн концерт-театр берекмәһендә эшләп йөрөгән бер хеҙмәткәр 1982 йылды ҡаршылағанда Ҡыш бабай була. Көн кискә ауышҡас, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм Яңы йыл ауыл йәштәре оҙатыуында ҡушарлап егелгән өс ат (тройка) менән ауыл урамын бер итеп әйләнеп килергә уйлай. Тик алдан тройкаға егелмәгән аттар, күмәк шау-шыуға албарғып, алып ҡасып китмәһенме, малай! Ауыл осондағы оҙон яланды урап, кире ауылға инеүҙәренә ир-егеттәр күмәкләп ҡаршы ала үҙҙәрен һәм ярһыған аттарҙы көскә туҡтата. Ярай әле сананың яндауы түңкәрелергә ирек бирмәй—юғиһә, яңы йыл персонаждарында байрам ҡайғыһы ҡалмаҫ ине...
Шундай мажаранан һуң Ҡыш бабай санала тоғон онотоп ҡалдыра һәм бары байрам башланыр алдынан ғына тоғон иҫкә төшөрә. Йүгерә-атлай ат туғарылған йортҡа барып, ҡараңғыла сана төбөн һәрмәштерә башлай. Шул мәл бармаҡтарын санала ятҡан эт тешләп алмаһынмы! Әл дә ҡулында таяғы була—шуның ярҙамында эттән кейемен талатмай ҡотола...
Мотал Рәмов.