Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Ғинуар 2019, 12:30

Үҙ йылым килде ергә

Уҙған 2018 йыл сараларға бик бай булды, яңы асыштар, яңы йондоҙҙар ҡабынды. 2019 йыл ниндәй булыр икән?! Һис юғында театр артистары һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн уңышлы булыр тип ышанабыҙ. Сөнки быйылғы йыл театр йылы тип нарыҡланды. Ошо һәм Яңы йыл уңайынан беҙ Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры «ҡабан»дарына түбәндәге һорауҙары яуҙырҙыҡ: 1. Яңы йыл—көтөп алған, яратҡан байрамығыҙмы? 2. Өйҙә шыршы ултырттығыҙмы, кем уны биҙәүҙә ҡатнаша, мөғжизәләргә ышанаһығыҙмы һәм Яңы йыл төнөндә теләктәр теләйһегеҙме? 3. Байрам менән бәйле берәй ваҡиға.

Уҙған 2018 йыл сараларға бик бай булды, яңы асыштар, яңы йондоҙҙар ҡабынды. 2019 йыл ниндәй булыр икән?! Һис юғында театр артистары һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн уңышлы булыр тип ышанабыҙ. Сөнки быйылғы йыл театр йылы тип нарыҡланды. Ошо һәм Яңы йыл уңайынан беҙ Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры «ҡабан»дарына түбәндәге һорауҙары яуҙырҙыҡ:

1. Яңы йыл—көтөп алған, яратҡан байрамығыҙмы?

2. Өйҙә шыршы ултырттығыҙмы, кем уны биҙәүҙә ҡатнаша, мөғжизәләргә ышанаһығыҙмы һәм Яңы йыл төнөндә теләктәр теләйһегеҙме?

3. Байрам менән бәйле берәй ваҡиға.


Марсель Хоҙайғолов:
Яңы йыл байрамын бик яратам, сөнки бер йылға йәшәрәбеҙ бит (көлә). Балалар өйҙә булғанда уларҙың талабы менән шыршы ҡуя инек. Быйыл беренсе тапҡыр ҡуймаҫҡа булдыҡ. Яңы йыл төнө етһә, сәғәт уҡтары 12-не һуҡһа, ҡағыҙға яҙған теләктәребеҙҙе яндырып, башҡа процедураларын да үтәп ҡуя торған ғәҙәтебеҙ бар. Шулайтһам, хыялдарым бойомға аша ла ҡуя! Бына, мәҫәлән, Рәмилә апайығыҙ менән бергә булыуыма быйыл, Алла бирһә, 54 йыл тула. Аллаһы Тәғәләнән үҙемә, туғандарыма, коллегаларыма һаулыҡ һорап торам. Нәҡ уларҙың ихтирамы, мөхәббәте, ҡурсалауы менән ошо көнгө тиклем йәшәйем бит. Күпме бәлә-ҡазаларға тарып, имен-һау ултырыуым—үҙе бер ҡыуаныс. Тормошты бик яратам.

Яңы йыл менән бәйле ваҡиғалар бик күп. Нисәнсе йыл булғандыр, Яңы йылға туғандарҙы саҡырҙыҡ. Көн ҡапыл йылытып ебәрҙе, яуған ғына ҡар 31 декабрь иреп бөттө лә ҡуйҙы. Ике апайыбыҙ кискеһен килеп етмәне табынға. Беҙ уларҙың килеренә ышанып, иртәнге поезды ҡаршы алырға барҙыҡ... Ә улар быйма кейгән, тубыҡҡа тиклем һыуланған. Ҙур төйөнсөктәрен һөйрәп саҡ килеп еттеләр. Йәнә бер Яңы йыл иҫтә ҡалды. Уныһында иһә ҡунаҡтарыбыҙ менән Үҙәк майҙанға сыҡҡайныҡ. Унда бер йән эйәһе булһасы! Шул тиклем һыуыҡ ине, брррр. Шулай итеп, ике көн буйы фатирҙа ғына ҡунаҡ булырға тура килде.

Айгөл Зәйнуллина:
Яңы йыл—минең иң-иң яратҡан байрамым, ашҡынып көтөп алам, тыуған көнөмдө лә улай уҡ көтмәйемдер әле. Бала саҡтан ул минең өсөн мөғжизә байрамы. Йыл да шыршы ултыртабыҙ, әлбиттә. Балалар менән бергә биҙәйбеҙ, әкиәт донъяһына оҡшап китә ул йәшәгән йортобоҙ! Яңы йыл байрамында утты һүндереп, гирляндаларҙы тоҡандырып, ятып тороп, шуларға ҡарап, теләктәр теләйем, хыялдарға биреләм. Ошо илаһи минуттар ҙа минең күңелемә ниндәйҙер йылылыҡ өҫтәй, бәхетемде арттырғандай...

Альберт Салауатов,

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
Ысын әйткәндә, мин Яңы йыл байрамын яратмайым. Бәләкәй саҡта шул кеше ыңғайына йөрөлгән инде, ә хәҙер аңым менән икенсе уйҙамын. Яңы йыл бөтөнләй ҙә мосолмандар байрамы түгел. Ләкин өйҙә ике бала, уларға байрам кәрәк, шуға шыршы ултыртабыҙ, өйҙө биҙәйбеҙ. Тере шыршыны бер ваҡытта ла алғаным юҡ. Сөнки, байрам үткәс, уларҙың кәрәге ҡалмай. Бөтә ерҙә туҙып ятҡан ҡупшыҡайҙарҙы шул тиклем йәлләйем мин, йә кәзәм юҡ, шуларға булһа ла ашатыр инем. Яңы йылды быйыл беренсе тапҡыр өйҙә үҙебеҙ, ғаилә менән ҡаршы алдыҡ. Быға тиклем гел ҡунаҡҡа йөрөй инек. Балаларҙы ҡотларға Ҡыш бабай ролендә коллегам Илфат Мусин килде. Мөғжизәләргә бөтөнләй ышанмайым, Аллаһы Тәғәләгә генә ышанам һәм шулай кәрәктер тип уйлайым. Бер хәҙрәтте Яңы йыл менән ҡотлап әрләндем инде... (көлә).

Нәфисә Мәзитова:
Ҡыш миҙгелендә тыуһам да һыуык, буранлы көндәрҙе яратып бармайым, шулай ҙа Яны йыл байрамын һәр йыл көтөп алам. Сөнки беҙҙе бәләкәй саҡтан алып мөғжизә бар, тик уға ышаныр кәрәк, тип үҫтерҙеләр. Хатта хәҙер ҙә, ошо йәшкә етһәм дә, мөғжизәне көтәм. Ысын күңелдән теләнгән теләктәр, әлбиттә, тормошка ашасаҡ.

Ә инде шыршы ҡуйыу, өйҙө биҙәү байрамды тағы ла сағыуыраҡ итә, шуға ла унан баш тартмайбыҙ. Атай йортонда яҡындарың менән именлектә-һаулыҡта Яңы йылды ҡаршылау—үҙе үк бәхет!

Шулай итеп, артистарыбыҙ Театр йылын асып та ебәрҙе. Гөлсәсәк Теләүсина,

театрҙың әҙәби бүлек мөдире.