Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Декабрь 2018, 18:28

Башҡортомдоң йөҙ йыры

Сибай концерт-театр берекмәһе быйыл ҡала һәм төбәк халҡын яңынан-яңы премьералар менән ҡыуандыра ла ҡыуандыра. Сентябрь урталарында ошо берекмәгә ҡараған «Сулпан» балалар театры Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса әҙерләнгән спектаклен, декабрь башында Сәрүәр Сурина сценарийы буйынса ҡуйылған «Ҡанифа юлы» спектаклдәрен халыҡ ҡарамағына сығарғайны. Декабр башында филармония артистары Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры бинаһында Башҡортостан Республикаһын ойоштороуға 100 йыл тулыу уңайы менән сығарылған «Башҡортомдоң йөҙ йыры» аудиояҙмаһының исем туйын үткәрҙе.

Сибай концерт-театр берекмәһе быйыл ҡала һәм төбәк халҡын яңынан-яңы премьералар менән ҡыуандыра ла ҡыуандыра. Сентябрь урталарында ошо берекмәгә ҡараған «Сулпан» балалар театры Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса әҙерләнгән спектаклен, декабрь башында Сәрүәр Сурина сценарийы буйынса ҡуйылған «Ҡанифа юлы» спектаклдәрен халыҡ ҡарамағына сығарғайны. 4 декабрҙә филармония артистары Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры бинаһында Башҡортостан Республикаһын ойоштороуға 100 йыл тулыу уңайы менән сығарылған «Башҡортомдоң йөҙ йыры» аудиояҙмаһының исем туйын үткәрҙе.
—Башҡорт халыҡ йырҙарын бер урынға туплап аудиодиск сығарыу тураһындағы хыялымды мин филармонияның 25-се миҙгелен асҡан ваҡытта уҡ әйтеп үткәйнем инде,—тине проекттың авторы, Сибай концерт-театр берекмәһе директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡа-ҙанған артисы Айбулат Минеғәле улы Ҡотошов.—Ул баҫылып сыҡты. Дискының тышлығын биҙәүгә конкурс иғлан иткәйнек. Унда бик күп эш ҡатнашты. Радмир Әфләтүнов исемле егетебеҙ еңеп сыҡты. Аудиодискының тышлығын уның рәсеме биҙәй. «Төш» тип атала. Унда башҡорт малайы йоҡлап ята. Был дискыға тупланған башҡорт халыҡ йырҙары бары тик үҙебеҙҙең вокалистар—Сибай филармонияһының йырсылары башҡарыуында ғына «тереләй» килеш яҙҙырылды, унда фонограмманың әҫәре лә юҡ».
Сара башҡорт халҡының ғорурлығы һәм айырылғыһыҙ бер өлөшө булған ҡурай моңо менән башланып китте. Ҡурайсылар башҡарған мәшһүр «Урал» көйө тамашасыларҙы башҡорт халҡының алыҫ үткәненә әйҙәне, күңелдәрҙе илаһи моң менән сорнаны һәм һәр кемдә туған халҡына ҡарата ғорурлыҡ тойғолары уятты. Ә ҡурай моңдары аҫтында уҡылған шиғри юлдар башҡорт йырының асылын, нәзәкәтлелеген, уның кеше тормошонда тотҡан урынын асып бирҙе.
Был кистә йырсыларыбыҙ, бик күп халыҡ йырҙарын башҡарып, тамашасыларҙың ихлас алҡыштарына күмелде. Тыуған ер, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының алыҫ үткәндәрҙәге яҙмышы, башҡорт батырҙары, ғашиҡтарҙың эскерһеҙ мөхәббәте, тормош-көнкүреш тураһындағы йырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Аудиодискының исем туйы юғары кимәлдә үтте! Ошо кәрәкле һәм файҙалы эште башҡарыу тураһында идея биргән берекмә директоры—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошовҡа, проекттың музыкаль етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсинға, аудиодискыны әҙерләүгә күп көс түккән йырсыларға, ҡурайсылар Айнур Әминев менән Раушан Ниязғоловҡа, баянсылар Марс Ишморатов менән Дим Шәрәфиевҡа, думбырасы Ринат Fайсинға, тауыш операторы Айтуған Аҡыловҡа, тауыш режиссеры Fәйсәр Моратовҡа, рәссам Радмир Әфләтүновҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткереүселәр ҙә күп булды.
«Башҡортомдоң йөҙ йыры» аудиодискы киң ҡатлам сәнғәт һөйөүселәргә тәғәйенләнгән. Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, башҡорт халыҡ йырҙары менән ҡыҙыҡһыныусылар һәм уларҙы өйрәнеүселәр өсөн дә файҙалы ҡулланма булырлыҡ.